6 декабрь, Шишәмбе

25 март 2011 йыл, 11:05

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны БР Президенты Рөстәм Хәмитов менән хоккей уйынын ҡараны

автор: Дмитрий Слезин | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов кисә Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһы менән Магнитогорск «Металлург»ының боҙҙағы алышын ҡараны. Уның менән бергә мауыҡтырғыс уйынды үҙенсәлекле ҡунаҡ – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Төхвәтулла Әхмәтйәнов күҙәтте.

Эш шунда, матчтан бер көн алда Рөстәм Хәмитовтың блогында ҡартатаһының боҙ аренаһына барырға теләүе хаҡында уның ейәне Артур яҙа:

— Ҡартатайым инвалид һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ул «Салауат Юлаев» командаһы ҡатнашлығындағы хоккей уйындарын ҡарарға ярата. Әммә ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла хоккейҙың үҙенә эләгергә теләй. Ул «Уфа-Арена» кассаларында нисек билет һатып алалар, ветерандар өсөн ташламалар бармы-юҡмы икәнлеген белешеүемде һораны. Үкенескә күрә, «Уфа-Арена» администраторы миңә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн ташламалар ҡаралмауы хаҡында әйтте. 90-сы йылдарҙа ветерандарға ла, пенсионерҙарға ла, студенттарға ла льготалар булған, – тип билдәләй ветерандың ейәне.

Һәм икенсе көнөнә үк Төхвәтулла Әхмәтйәновты төбәк башлығы уйынға саҡырҙы.

Президент Төхвәтулла Ниғмәт улына «Салауат Юлаев»тың көйәрмәндәр шарфын һәм өфөләрҙең йондоҙо Александр Радуловтың сәкәнен бүләк итте.