3 декабрь, Шәмбе

24 март 2011 йыл, 17:05

Башҡортостан Рәсәй туроператорҙары ассоциацияһы менән хеҙмәттәшлек итәсәк

автор: Любовь Колоколова

Туризм өлкәһенән килгән килем бөтөн донъяла IT-технологияларҙан һуң икенсе урында тора. Планетаның һәр һигеҙенсе кешеһе туризм тармағында эшләй. Уҙған йылда Башҡортостанда 1,9 миллиард һумға юлламалар һатылған, һәм ошо сумманан ни бары 400 миллион һумы ғына республика һәм Рәсәй буйынса турҙарға тура килгән. Шундай мәғлүмәт бирҙе «Башинформ» агентлығында Башҡортостан Республикаһының «Интурмаркет-2011» VI халыҡ-ара туристик күргәҙмәлә ҡатнашыуы йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһында БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев.  

Башҡортостандың был оло туристик күргәҙмәлә уңышлы ҡатнашыуын ул төбәктә заманса туриндустрия булдырыуға беренсе аҙым тип атаны. Уның фекеренсә, республиканың таныулыға әйләнеүе, уның турала мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт бирелеүе һәм кешеләрҙең туристик мөмкинселектәребеҙҙән файҙаланырға тырышыуы мөһим.

Руслан Кинйәкәев һүҙҙәренсә, Өфөлә 5-7 апрелдә үтәсәк «Туризм. Спорт. Ял. Рәсәй шифаханалары» күргәҙмәһендә ҡатнашыу икенсе аҙым буласаҡ. Был туристик маршруттар, спорт инвентары, ял итеү һәм күңел асыу өсөн тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙең махсус күргәҙмәһе, санатор-курорт юлламалары йәрминкәһе. Унда бихисап Рәсәй туроператорҙарының, шул иҫәптән Рәсәй туроператорҙары аасоциацияһына ингәндәрҙең дә ҡатнашыуы көтөлә. Экспофорум сиктәрендә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Рәсәй туроператорҙары ассоциацияһы һәм Башҡортостандың Туриндустрия союзы араһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырыла. Ассоциация сайтында Башҡортостандың туристик ресурстары хаҡында мәғлүмәт урынлаштырыу килешеүҙәге пункттарҙың береһе буласаҡ.  

— Был үҙе үк ҙур ҡаҙаныш, — тип иҫәпләй Руслан Кинйәкәев.