7 декабрь, Шаршамбы

24 март 2011 йыл, 13:17

Өфөгә эш сәфәре менән легендар фигуристка Ирина Роднина килде

автор: Дмитрий Слезин

Өфөгә эш сәфәре менән өс тапҡыр Олимпия чемпионы, атҡаҙанған спорт мастеры, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Ирина Роднина килде.

Кесаҙна, 24 мартта, Ирина Константиновнаның визиты программаһында Башҡортостан эшҡыуарҙарының «Эшлекле Башҡортостан» йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре һәм Рәсәй сәйәсәте мәктәбе тыңлаусылары менән осрашыу, 158-се гимназияла «түңәрәк өҫтәл» планлаштырылған.

Бынан тыш, легендар спортсы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре өсөн фигуралы шыуыу буйынса мастер-класс үткәрәсәк һәм Рөстәм Хәмитов менән осрашасаҡ.