Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Саҡмағош районы һөт етештереү буйынса алдынғы урында

Иҡтисад

Саҡмағош районында тулайым һөт производствоһы ағымдағы йылдың ике айында  5411 тонна тәшкил иткән. Был 2010 йылдағы кимәлгә ҡарағанда 4,5 процентҡа күберәк. Былтырғы көслө ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, район малсылары лайыҡлы мал аҙығы базаһын әҙерләүгә мөмкинлек тапҡан. Һөҙөмтәлә — малсылыҡ етештереүсәнлеге күрһәткестәре республикала иң яҡшылары. 5580 тонна һөт һатылған, һәр һыйырҙан уртаса һауым — 767 килограмм.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һәр һыйырҙан тәүлегенә уртаса 13 килограмм һөт һауыла. Уҙған йылдағы күрһәткестән был 1,2 килограмға күберәк. Көн һайын район хужалыҡтары 85 тонна һөттө һатыуға сығара. Былар барыһы ла Саҡмағош районы малсыларына һөт етештереү буйынса алдынғылыҡты һаҡларға мөмкинлек бирә.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть