4 декабрь, Йәкшәмбе

24 март 2011 йыл, 11:06

Мәскәүҙә Башҡортостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә студенттар үҙәге ойоштороласаҡ

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә республиканың Мәскәү вуздарында уҡыған йәштәрен берләштереүсе студенттар үҙәге ойоштороласаҡ. Был хаҡта 23 мартта Дәүләт Думаһында Башҡортостан Республикаһы презентацияһы барышында республика Президенты Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

«Мәскәү дәүләт университеты, Юғары иҡтисад мәктәбе, Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты һәм башҡа вуздарҙың студенттары менән осрашыу барышында беҙ, уҡыуҙы тамамлағандан һуң уларҙың республикаға ҡайтыуы шарты менән, Башҡортостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә студенттар үҙәге ойоштороу тураһында килештек, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙгә заман һулышын тойған йәш һәм креатив кадрҙар кәрәк».