8 декабрь, Кесе йома

24 март 2011 йыл, 10:32

Ғәрәптәр Башҡортостан быуҙары менән дауаланасаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Сауд Ғәрәбстаны халҡы Башҡортостанда быу менән дауаланасаҡ. Бындай перспектива хаҡында журналистарға Дәүләт Думаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һөйләне.

Уның һүҙҙәренсә, ғәрәп донъяһы вәкилдәрен сәләмәтлекте нығытыу өсөн Башҡортостанда ял итеү мөмкинлеге ҡыҙыҡһындырған. Республикала тау ҡуйынынан килгән быу менән дауалау үткәрелеүсе донъялағы берҙән-бер шифахана урынлашҡан. Уның ярҙамында артриттар, артроздар һәм башҡа ауырыуҙар уңышлы дауалана.

Башҡортостан яғынан ғәрәптәргә республикала үҙҙәренә оҡшағанса ошондай уҡ шифахана төҙөп, унда дауаланырға килергә тәҡдим яһалған.