9 декабрь, Йома

23 март 2011 йыл, 15:00

Рөстәм Хәмитов: «Берҙәм власть үҙәге һәр ваҡыт ышаныслыраҡ»

автор: "Башинформ"

Бер нисә аҙна элек Иҫәп палатаһы төбәктең әүәлге башлығы Мортаза Рәхимов етәкселек иткән осорҙа Башҡортостанда бюджет средстволарының тотонолоуын тикшереү йомғаҡтарын иғлан итте. 22,653 миллиард һум аҡсаның тейешенсә тотонолмауы асыҡланды, был республика бюджетының яҡынса 20 процентын тәшкил итә. Уның артынса Рәхимовҡа Башҡортостан яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиеларын хосусилаштырыуға ҡағылған ҡараңғы хәлде лә иҫкә төшөрә башланылар. Республика бер йылға яҡын яңы власта йәшәй, әммә матбуғатта күренгән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, әүәлге етәкселек төбәк эштәренә ныҡышмалы ҡыҫыла. Төбәктә ысынбарлыҡта ниндәй ваҡиғалар барыуы, яңы власть менән Мортаза Рәхимов араһында мөнәсәбәттәрҙең ниндәй булыуы, хосусилаштырылған яғыулыҡ-энергетика комплексы менән республика Президентының нимә эшләйәсәге һәм Иҫәп палатаһы тикшереүе йомғаҡтарынан нимәләр көтөү хаҡында Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов РБК daily гәзитенә һөйләне.

— Рөстәм Зәки улы, бер ай элек Президент Өфөлә Дәүләт Советы Президиумының милләт-ара татыулыҡты нығытыу буйынса саралар тураһындағы ултырышын үткәрҙе. Был ултырыштың республикала үткәрелеүе осраҡлы түгел. Һеҙгә тиклемге кешенең төбәккә идара итеүе осоронда этник-ара конфликттар тураһында хәүефле яңылыҡтар йыш килә ине. Һеҙҙеңсә, хәҙер хәлдәр нисек?

— Хәл тыныс, тотороҡло. Бер йыл элекке менән сағыштырғанда, әлбиттә, бөгөн күпкә тынысыраҡ. Был кешеләрҙең һәр төрлө ҡырҡа тайпылыштарһыҙ уйланылған сәйәсәт үткәрергә тырышыуыбыҙҙы күреүе менән бәйле. Бөгөн  эш хаҡын арттырыу, кешеләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү, эш биреү йәһәтенән ҡатмарлы йөкләмәләрҙе үҙ иңебеҙгә алыуыбыҙҙы кешеләр аңлай. Ә бындай эшмәкәрлек республикала татыулыҡты ла, инвесторҙар йәлеп итеү өсөн тыныслыҡты ла талап итә. Иҡтисад менән шөғөлләнергә кәрәклекте барыһы ла аңлай. Шуға күрә бөгөн республика өсөн ниндәй ҙә булһа формала милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеүе проблемаһы юҡ тиерлек.

— 2009 йылда Башҡортостан яғыулыҡ-энергетика комплексы активтарын һатыу буйынса килешеү төҙөлгән. Хәҙер төбәк бюджетын тулыландырыу һәм ошоға бәйле иҡтисади йөкләмәләрҙе үтәү ни тиклем ҡыйын?

— Беләһегеҙме, республиканың төп активтарын һатыу иҡтисади хәлде насарайтты, тип әйтә алмайым. Юҡ. “Башнефть” тә, “Газпром нефтехим Салауат” та, “Урал тау-металлургия компанияһы” ла республика территорияһында ярайһы уҡ тотороҡло эшләй, һалым түләүҙәре тулыһынса индерелә. Ғөмүмән, был өс йыл элек тә шулай булған, хәлдең ниндәйҙер кимәлдә үҙгәреүе күҙәтелмәй. Улай ғына ла түгел, беҙ Салауат предприятиелары базаһында Рәсәй газ химияһы кластерын ойоштороуҙы күҙаллайбыҙ. Әле беҙ этиленды өҫтәмә етештереү һәм ҡеүәттәрҙе арттырыу өсөн Салауатты сеймал менән тәьмин итеү мәсьәләләрен тикшерәбеҙ. Бынан тыш, эре тоннажлы химиянан ахырғы продукция сығарыу буйынса предприятиелар төҙөү күҙаллана. “Башнефть” шулай уҡ Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында һәм Өфө нефть эшкәртеү заводында ҡеүәттәрен модернизациялауға әүҙем тотондо. Дөйөм алғанда, быйыл ғәмәлдәге ҡорамалдарҙы реконструкциялауға 15 миллиард һумға тиклем аҡса бүленәсәк. “Урал тау-металлургия компанияһы” яңы “Юбилей” ятҡылығы менән шахтаһын үҙләштереү буйынса ҙур эш алып бара. Ҡыҫҡаһы, бөтә инвесторҙар һәм предприятиелар әүҙем эшләй. Зарланырға сәбәп юҡ.

— Республиканың әүәлге етәкселеге менән мөнәсәбәттәр тураһында һорау бирергә теләйем. Мортаза Рәхимов Башҡортостанда етәксе вазифаһын биләүен дауам итә – ул Башҡортостан яғыулыҡ-энергетика комплексын хосусилаштырыу аҡсаһы тупланған хәйриә фондына етәкселек итә. Был – республикалағы эре финанс институты. Уның менән үҙ-ара ниндәй мөнәсәбәттәһегеҙ?

— Беләһегеҙме, һәр кемдең үҙ яҙмышы, үҙ бурысы. Мин, Президент булараҡ, республика, Башҡортостандағы хәлдәр өсөн яуап тотам. Рәхимов бөгөн пенсияла. Ул ысынлап та ошо фондҡа эйә, ниндәй ҙә булһа эштәрҙе финансларға тырыша. Әммә беҙҙә бюджет ойошмалары менән аҡсаны улар тик республика бюджетынан ғына ала тигән килешеү бар. Аҡсаны фондтан алыу тураһында һүҙ бара икән, был мотлаҡ тәртиптә минең менән яраштырылырға тейеш. Бигерәк тә ҙур аҡса хаҡында һүҙ барһа. Беҙ хәлде контролдә тотабыҙ. Беҙ барыһын да аңлайбыҙ, бөтәһен дә беләбеҙ. Был минең эшемде бүлдермәй.

— Фонд идараһына үҙ кешеләрегеҙҙе индерергә йыйынаһығыҙмы?

— Юҡ, бындай аралашыу формаһы (Рәхимов менән – РБК daily) барып сыҡманы. Шуға күрә хәҙер беҙ был фондҡа үҙ вәкилдәребеҙҙе тәҡдим итмәйәсәкбеҙ. Беҙҙе, республика Хөкүмәтен, был аҡса ғәмәлдә ҡыҙыҡһындырмай. Беҙ – үҙ тормошобоҙ, ә фонд үҙ тормошо менән йәшәй.

— Һорау һеҙҙең компетенцияғыҙға инмәй, шулай ҙа был темаға мөнәсәбәтегеҙҙе белергә теләйем. Әле Иҫәп палатаһы Мортаза Рәхимов идараһы осорондағы эре коррупцион етешһеҙлектәрҙе асты. Тикшереү барышында контроль ведомствоһының Башҡортостан яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиеларын хосусилаштырыуға ла һорауҙары күп булыуы асыҡланды. Һеҙҙеңсә, тикшереү йомғаҡтары буйынса Рәхимов өсөн юридик эҙемтәләрҙең булыуы мөмкинме?

— Иҫәп палатаһы предприятиеларҙы хосусилаштырыу менән бәйле хәлде өйрәнмәне. Ул беҙгә күрһәтмә бирҙе һәм бюджет аҡсаһына объекттар төҙөүгә, конкурс процедуралары үткәрмәйенсә, хатта проект-смета документацияһы булмаған көйө төҙөлөштәр алып барыуға ҡағылышлы һуңғы ике йылда булмаған тәртипте урынлаштырыуҙы талап итте…

— Шундай хәл дә булдымы?

— Эйе, булды. Әле беҙ бындай практиканан китәбеҙ. Бөгөн беҙҙә бөтөнләй икенсе ҡараштар. Беҙ ошо мәсьәләләрҙә асыҡ һәм аныҡ позиция булдырҙыҡ. Беҙ әүәлге хаталарҙы төҙәтергә тейешбеҙ. Был – ҙур һәм бик үк күңелле булмаған эш, әммә уны башҡарырға кәрәк. Юғиһә тиҫтәләрсә, хатта йөҙҙәрсә төҙөлөп бөтмәгән, яртылаш төҙөлгән һәм башланғыс стадияла булған объекттар юҡҡа сығасаҡ. Уларҙы әле хоҡуҡи киңлеккә ҡайтарырға кәрәк.

— Аңлауымса, был процесс власты коррупцион схемалар менән бәйле булған чиновниктарҙан “таҙартыуға” ҡағыла.

— Был процесс иң элек төҙөлөштө башлар алдынан процедураларҙы формалләштереүгә бәйле. Кадрҙарҙы алмаштырыуға килгәндә, был тәбиғи процесс, һәм ул, әлбиттә, дауам итәсәк, тип әйтергә теләйем. Бер үк ваҡытта шуны белдерәм: бер кемде лә урамға сығарып ебәрмәйбеҙ: властан, власть структураларынан киткәндәрҙең барыһы ла педагогик, ғилми, етештереү өлкәләрендә эш таба.

— Был йәһәттән әлегә тиклем Премьер-министр тураһындағы мәсьәләне хәл итмәнегеҙме? Ике бурысты үтәүҙе дауам итәһегеҙме?

— Әүәлгесә был һорауға ярайһы уҡ тыныс ҡарайым. Бөгөн республика элитаһы ла берҙәм власть үҙәгенең һәр саҡ ышаныслыраҡ, ҡарарҙар ҡабул итеү күҙлегенән һәр саҡ компетентлыраҡ булыуын аңлай. Республикала премьер кәрәк тип һүҙ һөйләүҙәр юҡҡа сыҡты тиерлек. Әлбиттә, Премьер-министр буласаҡ. Ваҡыты еткәс.

— Дәүләт Советы Президиумының Саяно-Шушенский ГЭС-ында электр энергетикаһы мәсьәләләренә арналған һуңғы ултырышында Рәсәй Президенты төбәк властарына электр энергияһына тарифтарҙы тикшерергә һәм уларҙың халыҡ өсөн үҫешен тотҡарларға ҡушҡайны. Республикала электрға хаҡ буйынса хәл ни дәрәжәлә етди?

— Республикала хәл ябай түгел. Был “Башкирэнерго”ның оҙаҡ йылдар үҙ аллы булыуына һәм “Рәсәйҙең берҙәм энергетика селтәрҙәре” Рәсәй акционерҙар йәмғиәте структураһына инмәүенә бәйле. Быйыл 1 ғинуарҙан баҙарҙа барлыҡҡа килгән хаҡтар ғына ғәмәлдә булырға тейешлеге хаҡында закон көсөнә ингәс, “Башкирэнерго” күмәртә баҙарына продукцияһын һата башланы, республика, әлбиттә, электр энергияһына хаҡтың ҡырҡа артыуы менән осрашты. Халыҡ өсөн хаҡтар – 10 процентҡа, эре предприятиелар өсөн – 30-35, ә уртаса һәм бәләкәй предприятиелар өсөн 35-40 процентҡа артты. Хаҡтарҙың бындай үҫеше арҡаһында бюджеттың өҫтәмә сығымдары 2 миллиард һумға етеүе ихтимал. Беҙҙә бюджетҡа бындай аҡса һалынмаған, шуға күрә беҙ ауыр хәлдә ҡалдыҡ.

Әле Энергетика министрлығы менән хәлде тикшерәбеҙ. Министрлыҡ беҙгә ярҙам итергә ниәтләй, варианттар эҙләйбеҙ. Моғайын, күмәртә баҙарына ҡапыл түгел, ә ике-өс йыл дауамында күсеүебеҙ тураһындағы вариант ҡабул ителер. 16 мартта беҙҙәге хәл Рәсәй Хөкүмәтендә ҡаралды. Яҡын көндәрҙә ҡарар сығарыласаҡ, тарифтар түбәнәйтеләсәк. Минеңсә, был йәһәттән, “Башкирэнерго” беҙгә булышлыҡ итергә тейеш, сөнки оҙаҡ ваҡыт предприятие монополист сифатында эшләне һәм ҙур килем алды, хатта саманан тыш. Шулай итеп, хәлде әле бөтә йүнәлештәрҙә ҡарайбыҙ.

— 14 мартта Дмитрий Медведев генераль прокурорға Интернеттағы законһыҙ уйын йорттарына ҡағылышлы бөтә сигналдарҙы тикшереү тураһында күрһәтмә бирҙе. Башҡортостанда бындай проблема бармы?

— Бар бындай проблема. Мин уға былтыр сентябрҙә үк иғтибар иттем, республика Эске эштәр министрлығына клубтарҙы ябырға тигән ҡәтғи күрһәтмә бирҙем. Интернетта халыҡтан килгән хаттарҙа кәрт уйнау клубтары тигән исем аҫтына йәшеренеп, уйын йорттарының асылыуы хаҡында күпләп белдерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урындағы власть кимәлендә лә, хоҡуҡ һаҡлау органдары кимәлендә лә һүлпән реакция күрәбеҙ. Ҡайһы саҡта милицияның район бүлектәренән, хакимиәттәрҙән бер нисә аҙымда ошондай уйын йорттары эшләй. Был бер нәмә хаҡында ғына һөйләй: проблема комплекслыға әүерелгән, киң ҡолас алған һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер осраҡтарҙа хоҡуҡ һаҡлау органдарының, ҡала һәм район хакимиәттәренең намыҫһыҙ хеҙмәткәрҙәре артына йәшеренгән. Проблема ябай түгел, уның хаҡында беләбеҙ, эшләйбеҙ, клубтарҙы асылғанға ҡарағанда күберәк ябабыҙ, әммә еңел аҡса көҫәү күптәрҙе – ошо ялған бизнесмендарҙың да, хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың да, хатта власть структуралары вәкилдәренең дә аңын томалай…

— Был йәһәттән ҡатыраҡ яза биреү тәҡдиме бар…

— Мин уны ике ҡуллап хуплайым. Сөнки ошо уйын салондарының кешеләр менән ҡылған ғәмәлдәрен енәйәттән башҡа бер нимә тип тә атап булмай.

— Хоҡуҡ һаҡлау системаһы хаҡында һүҙ башлағас, милицияның полицияға күсеүе Башҡортостанда ниндәй ҙә булһа сағылыш табамы?

— Юҡ, тапмай. Беҙ көндәлек режимда был теманы республика эске эштәр министры менән тикшерәбеҙ һәм күсеү осоронда хоҡуҡ һаҡлау системаһының һүлпәнәйеүенә юл ҡуйырға ярамағанлығын аңлайбыҙ. Бөгөн кире эҙемтәләрҙе күрмәйбеҙ. Республика Президенты эргәһендә ултырыштар һәм кәңәшмәләр үткәргәндә ошо теманы тикшерәбеҙ һәм, республика Эске эштәр министрлығы бик тотороҡло эшләй, тип әйтергә теләйем.

— Әле Кремль граждандарҙы эш менән тәьмин итеү проблемаһына айырыуса ҙур иғтибар бирә. Президент тарафынан башланған модернизация быға этәргес булып тора. Башҡортостан Республикаһында эшһеҙлек менән бәйле хәл ниндәй?

— Республикала эшһеҙлеккә бәйле хәл шәптән түгел. МОТ баһалауынса, эшһеҙлек кимәле 8,5-9 процент самаһы. Хеҙмәт биржаһында 40 меңгә яҡын кеше рәсми теркәлгән. Был – күп. Беҙҙә 100 меңгә яҡын кеше вахта ысулы менән Себерҙә нефть-газ промыслаларында эшләй. Ауыл ерендә хәл айырыуса ҡатмарлы. Унда эш етмәй, бөгөн халыҡтың был проблемаға бәйле ҡәнәғәтһеҙлек кимәле юғары. Беҙ быны аңлайбыҙ. Күптән түгел, Ҡоролтайға (республика Дәүләт Йыйылышы. – РБК daily). мөрәжәғәт итеп, ошо темаға ентеклерәк туҡталдым һәм кешеләрҙе эш менән тәьмин итеү өсөн бәләкәй бизнесты үҫтереү менән әүҙемерәк шөғөлләнеүҙе талап иттем. Проблема ябай түгел. Шул уҡ ваҡытта унан эҙмә-эҙлекле сығыу юлын беләбеҙ.

— Халыҡтың ҡәнәғәтһеҙлегенә ҡағылышлы. 13 мартта илдә төбәк һайлауҙары үтте. Эксперттар протест кәйефенең артыуын билдәләй. Атап әйткәндә, был “Берҙәм Рәсәй” һөҙөмтәһендә сағылды. Башҡортостанда протест әүҙемлегенә бәйле хәл нисек?

— Вазифаға ингәндән һуң халыҡ араһында протест кәйефенең булыуын күрҙем һәм был күп йәһәттән власть менән халыҡ араһындағы өҙөклөккә бәйле, тигән һығымтаға килдем. Ҡоролтай депутаттарына Мөрәжәғәтнамәлә, власть кешеләр өсөн эшләргә, кешеләр сәйәсәттә әүҙем ҡатнашырға тейеш, республикала тыныс тормошто һаҡлап ҡалырға теләйбеҙ икән, халыҡтың ышанысын кире ҡайтарырға кәрәк, тип билдәләнем. Бөгөн беҙ бындай эште әүҙемләштерәбеҙ, шәхсән үҙем власта йәки уның эргәһендә ултырған бер төркөм эшмәкәрҙәрҙең байығыуына түгел, ә кешеләрҙең тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән асыҡ сәйәсәт үткәрәм.

13 мартта үткән һайлауҙар кешеләрҙең ышанысына эйә булыуыбыҙҙы күрһәтте. Һайлау ойошҡан кимәлдә үтте, ҡатнашыусылар һаны бик юғары булды. “Берҙәм Рәсәй”ҙән депутаттар тауыштарҙың күпселеген алды – 80-85 процент. Мин быны кешеләрҙең беҙҙең яңы власҡа ышанысы тип  баһалайым. Мин һәр ерҙә, беҙ – ғәҙел власть, беҙ – коррупцияға бирелмәгән власть, беҙ – яуаплы власть, тип әйтәм. Беҙ кешеләр өсөн эшләүселәр. Беҙҙә бер ниндәй шарттарҙа ла мутлашыуҙар, урлашыуҙар, дәүләт активтарын  арзан хаҡҡа һатыуҙар булмаясаҡ. Беҙ кешеләрҙең тормошон яҡшыртыуға йүнәлеш тотабыҙ.

— Асыҡлыҡҡа ҡағылышлы: минеңсә, Һеҙ “Йәнле журнал”да ла үҙегеҙ яҙаһығыҙ?

— Эйе, был кешеләр менән аралашыуым элементтарының береһе. Көн һайын үҙемдең блогерҙарым менән хатлашам. Уларҙың бик күп тәҡдимдәре тормошҡа ашты. Ике блогер миндә эшләй: береһе Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде, ә икенсеһе Интернеттағы эшмәкәрлегебеҙ менән бәйле аналитик эште көйләй.

— Уҙған аҙнала Дмитрий Медведев контроль идаралығы башлығы Константин Чуйченкоға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә, шул иҫәптән ойошмалар тарафынан тәртип боҙоуҙар асыҡланһа, губернаторҙар өсөн мэрҙарҙы эштән бушатыу мөмкинлеген тикшереү тураһында бойороҡ бирҙе. Муниципалдарығыҙға әле дәғүәләрегеҙ бармы? Аңлайым, тикшереүҙәр үткәрмәйенсә, бәлки, әйтеүе ҡыйындыр…

— Эйе, тикшереү буласаҡ, шунда барыһы ла асыҡланасаҡ. Тыштан ҡарағанда беҙҙә хәлдәр насар түгел кеүек. Төбәктәр үҫеше министрлығында ла, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалау фондында ла беҙ яҡшы иҫәптә. Әлбиттә, тайпылыштар булыуы ихтимал, әммә быны тикшереү күрһәтер.

— Губернаторҙар Дәүләт Думаһына һайлауға исемлектәрен төҙөй башланы, был процесҡа Һеҙ ниндәй кәйеф менән тотонаһығыҙ? Һеҙгә әүәлге етәкселек осоронда килгән депутаттар һәм сенаторҙар эләкте бит. Күп кенә төбәк башлыҡтарының үҙ кандидаттары исемлектәрен етди яңыртыуҙы өҫтөн күреүе сер түгел.

— Ошо айҙарҙа башҡарма властан сенатор икенсе тапҡыр алмашына. Мин тәғәйенләгән тәүге кеше, Айрат Ғәскәров, Һаҡлыҡ банкыһының вице-президенты булып эшләйәсәк. Ул пластик түләү системалары өлкәһендә эре белгес. Герман Греф Ғәскәровты Һаҡлыҡ банкыһында эшләү өсөн Федерация Советынан ебәреүемде һорап мөрәжәғәт итте. Был Айрат Рафиҡ улының теләгенә лә тап килә. Универсаль электрон картаны ғәмәлгә индереү буйынса  тәүге пилот проекттарының береһе Башҡортостан Республикаһында тормошҡа ашырылыр, тип ышанам.

Ғәскәровты Анатолий Бондарук алмаштырҙы. Ул республикала агросәнәғәт комплексы, урман хужалығы, химия производствоһы менән бәйле бизнесҡа эйә. Апрелдә ул минераль йылытҡыс етештереү буйынса яңы предприятиены эшкә ҡуша. Был төбәктәге бик эшлекле һәм булдыҡлы кеше. Бер үк ваҡытта ул республика Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе булды. Уның менән айырылышыу еңел булмаясаҡ, әммә Федерация Советында ул республика файҙаһына әүҙем эшләр, тип уйлайым.

Республиканан Дәүләт Думаһы депутаттары составына килгәндә, әлбиттә, ул яңырасаҡ. Сөнки бөгөн беҙгә республикаға файҙа килтергән, “Берҙәм Рәсәй” партияһына ярҙам иткән, инвесторҙар йәлеп иткән, тейешле закондар мөхитен булдырған эшлекле депутаттар кәрәк. Ғәмәлдәге депутаттар араһында әүҙем, инициативалы кешеләр бар, уларҙы ҡалдырыу дөрөҫ булыр ине, тип уйлайым. Әммә үҙҙәрен ыңғай яҡтан күрһәтмәгәндәр ҙә бар. Тимәк, уларҙан ҡотоласаҡбыҙ…

Минеңсә, депутаттар корпусының кәмендә яртыһы яңыртыласаҡ.

Интервью оригиналының адресы: http:// www.rbcdaily.ru/2011/03/23/focus/562949979916522

темалар: БР Президенты