11 декабрь, Йәкшәмбе

23 март 2011 йыл, 18:40

Мәскәүҙә «Дәүләт заказы-2011» Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе асылды

автор: "Башинформ"

Бөгөн Мәскәүҙә «Дәүләт заказы-2011» Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе эшен башланы. Уны Мәскәү мэры Сергей Собянин асты. Сара Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт башлығы Игорь Артемьев, Федераль ҡаҙналыҡ етәксеһе Роман Артюхин ҡатнашлығында үтә.

БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандан форумда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов һәм БР Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе Сергей Новиков ҡатнаша.

«Дәүләт заказы» форумы – РФ Хөкүмәте ҡушыуы буйынса үткәрелгән дәүләт һәм муниципаль ихтыяждар өсөн һатып алыуҙар мәсьәләләре буйынса йыл һайын үткәрелә торған конгресс-күргәҙмә сараһы.

Сараның маҡсаты – тауарҙар сифатын күтәреүгә, инновацион продукция һатып алыуға йүнәлеш алып, дәүләт һәм муниципаль ихтыяждар өсөн поставкаларҙың иң яҡшы практикаһын үҫтереүгә булышлыҡ итеү.

Күргәҙмәнең экспозиция өлөшө унда ҡатнашыусыларға үҙ продукцияһын күрһәтеү мөмкинлеге бирә. 300-ҙән ашыу экспонент үҙ стендтары менән таныштыра. Улар араһында федераль башҡарма власть органдары, электрон сауҙа майҙансыҡтары, «Росатом» һәм «Ростехнологии» дәүләт корпорациялары, төбәктәр, шулай уҡ бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре бар.

Форум эшенең тәүге көнөндә дәүләт заказын камиллаштырыу темаһына «түңәрәк өҫтәл» үтте. Унда дәүләт заказдары тураһында законға төҙәтмәләр индереү тикшерелде. «Дәүләт заказы-2011» Бөтә Рәсәй форум күргәҙмәһе 25 мартҡа тиклем дауам итәсәк.