8 декабрь, Кесе йома

24 март 2011 йыл, 9:15

2011 йылда Өфөлә ундан ашыу иҫке йортто һүтеү планлаштырыла

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Андрей Старостин

Өфөлә граждандарҙы иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡтан икенсеһенә күсереү мәсьәләһе әүҙем хәл ителә. Был хаҡта кисә «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Өфөнөң «Күсемһеҙ милек үҙәге» махсус муниципаль учреждениеһы директоры Руслан Батурин хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, 2008 йылдан башлап Башҡортостандың баш ҡалаһында 150 самаһы йорт емерелгән. Өфөләге һүтелергә тейешле йорттар иҫәбен аныҡ ҡына әйтеүе ҡыйын.

— Ҡайһы бер милекселәр күсеүҙән баш тарта. Ул ваҡытта суд приставтары ярҙамға килә, — ти Руслан Батурин. — Быйыл Өфөлә ундан ашыу торлаҡ йортто емереү планлаштырыла. Башлыса был 1950 йылға тиклем төҙөлгән ике ҡатлы күп фатирлы йорттар. Был план бөгөнгө көндә раҫланмаған әле.