Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанға Палестина милли хакимиәте башлығы Мәхмүд Аббас килде

Сәйәсәт

Шаршамбы, 23 мартта, Башҡортостанға Палестина милли хакимиәте башлығы Мәхмүд Аббас килде. Өфө аэропортында уны БР Президенты Хакимиәте Етәксеһе Әнүәр Мәхмүтов, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Илшат Миңлебаев, башҡа рәсми кешеләр ҡаршыланы. Башҡорт һәм рус милли кейемендәге ҡыҙҙар, йола буйынса, ҡунаҡҡа икмәк һәм сәк-сәк тәҡдим итте.  

Рәсәйгә эш сәфәре барышында ике көн дауамында Палестина милли хакимиәте башлығы Башҡортостан Республикаһы менән танышасаҡ. Бөгөн кискеһен Мәхмүд Аббас Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин менән осрашасаҡ, шулай уҡ Өфөләге Конгресс-холда үтәсәк Башҡортостан сәнғәт оҫталары концертын ҡараясаҡ.

Кесаҙна, 24 мартта, Республика Йортонда Палестина милли хакимиәте башлығының Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыуы планлаштырылған. Унан һуң Мәхмүд Аббас Өфө дәүләт нефть техник университетының презентацияһында ҡатнашасаҡ һәм студенттар алдында лекция менән сығыш яһаясаҡ.

Теги: визиттар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть