6 декабрь, Шишәмбе

23 март 2011 йыл, 17:33

Башҡортостан урамдарҙы яҡтыртыуға быйыл 190 млн һум сарыф итәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда 2011 йылда тышҡы яҡтыртыу системаларын модернизациялауға 190 миллион һумдан ашыу сумма бүленәсәк. 95,2 млн һумы – республика бюджеты иҫәбенән. Урындағы бюджеттарҙан да шул сама аҡса һалынасаҡ. Тейешле маҡсатлы программа республика Хөкүмәте менән раҫланған.

Бер йыл эсендә Башҡортостандың тораҡ пункттарын тулыһынса яҡтыртып бөтөп булмаясаҡ. Программа биш йылға иҫәпләнгән. Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы был программаны ике этапта ғәмәлгә ашырасаҡ.

БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәте буйынса, тәүҙә булған фонарҙәрҙе инвентаризациялау талап ителә. Иҫкергән яҡтыртҡыстар тергеҙеләсәк һәм яңыһына алмаштырыласаҡ. 2013 йылдан башлап республикала энергияны һөҙөмтәле файҙаланыусы заманса технологиялар һәм материалдар ҡулланып, урамдарҙы яҡтыртыуҙың яңы системаларын төҙөүгә тотонасаҡтар.  

Программа сараларын финанслауҙың дөйөм күләме 1726 млн һум тәшкил итәсәк.