8 декабрь, Кесе йома

23 март 2011 йыл, 17:05

Дәүләт Думаһында Башҡортостан Республикаһы көндәре асылды

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Мәскәүҙә Рәсәй Дәүләт Думаһында Башҡортостан Республикаһы көндәрен асыу тантанаһы үтте.  Дәүләт Думаһы рәйесе Борис Грызлов фекеренсә, был сара республикаға үҙенең ҡаҙаныштарын күрһәтеүҙән тыш, Рәсәй парламенты етәкселеге менән артабан федераль закон проекттарына нигеҙ булырлыҡ мөһим мәсьәләләрҙе тикшерергә мөмкинлек бирә.  

— Һуңынан федераль закондарға әйләнгән төбәк башланғыстары проценты һуңғы бер нисә йылда һиҙелерлек артты, — тине Борис Грызлов. — Ун йыл элек төбәк парламенттары менән индерелгән тәҡдимдәрҙең ни бары бер-ике проценты ғына закон булып китә торғайны. Хәҙер төбәк закон сығарыу инициативаһының 20 проценты самаһы ғәмәлгә ашырыла, шул иҫәптән Башҡортостандан да.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Думаһының Башҡортостан парламентарийҙары менән тәҡдим ителгән закон проекттарына күрһәтелгән ышанысын республика юғары баһалай, тип билдәләне һәм, беҙҙең депутаттар менән федераль ҡануниәткә индерелгән төҙәтмәләр һәр ваҡыт иҫәпкә алынасаҡ, тигән ышанысын белдерҙе.

— Дәүләт Думаһында Башҡортостан республикаһы көндәре беҙҙең өсөн — Рәсәй дәүләт власының мөһим элементы менән аралашыуҙағы яңы һүҙ ул, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙҙең республика, яңы модернизациялы үҫеш юлына аяҡ баҫып, был мөмкинлекте үҙенең тәбиғи потенциалын, иҡтисади мөмкинселектәрен күрһәтеү өсөн файҙалана. Республика һәр ваҡыт Рәсәйҙең ышаныслы субъекты булды. Бер ҡасан да ул ил етәкселеген ҡыйын хәлдә ҡалдырманы.