5 декабрь, Дүшәмбе

23 март 2011 йыл, 13:37

Сауд Ғәрәбстанында Башҡортостан вәкилдәре эшләйәсәк

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Сауд Ғәрәбстаны Короллегендә Башҡортостан Республикаһының даими вәкилдәре буласаҡ. Был хаҡта БЮТ телеканалының «Неслучайные люди» программаһында БР Президенты Хакимиәтенең Тышҡы һәм төбәк-ара бәйләнештәр идаралығы начальнигы Руслан Мирсаяпов хәбәр итте.

— Вәкиллек әлегә асылмаған әле, — тип билдәләне Руслан Мирсаяпов. – Башҡортостан Президенты Сауд Ғәрәбстаны территорияһында үҙенең ҙур булмаған даими эшләүсе десантын булдырырға ҡарар итте.  

Был мәсьәләлә Башҡортостан Ислам конференцияһы ойошмаһы ҡарамағындағы Рәсәй вәкиллегенең хуплауын алды.  

— Рәсәйҙең Ислам конференцияһы ойошмаһы ҡарамағындағы даими вәкиле Камил Исхаков беҙгә инфраструктура һәм логистика өлөшөндә тулыһынса булышлыҡ итергә тәҡдим итте, — тине БР Президенты Хакимиәтенең Тышҡы һәм төбәк-ара бәйләнештәр идаралығы начальнигы. – Беҙҙең республиканы ғәрәп илдәрендә танытыу өсөн телдәрҙе белгән бер нисә әүҙем кеше әлегә даими вәкиллектә хеҙмәт итәсәк.