3 декабрь, Шәмбе

23 март 2011 йыл, 12:54

Шаран районының халыҡ университеты тыңлаусылары Өфөгә килә

автор: Рәил Мусин

2011 йылдан башлап Шаран районында хеҙмәт ветерандары өсөн халыҡ университеты эшләй. Пенсионерҙар ете факультетҡа йөрөй, унда улар компьютерҙа эшләргә, халыҡ медицинаһы серҙәрен тормошта ҡулланырға, яңыса бәйләргә өйрәнә, һауыҡтырыу гимнастикаһы түңәрәгендә һаулыҡтарын нығыта, хорҙа йырлай.

Йәш натуралистар станцияһында тиҫтәләгән сәфәр һәм сәйәхәт яратыусылар ситтән тороп Башҡортостандың һәм илебеҙҙең иҫтәлекле урындарын өйрәнде.

Бөгөн ошо түңәрәккә йөрөүселәр район хакимиәте автобусында республиканың баш ҡалаһына үҙҙәренең беренсе сәфәренә сыҡты. Улар Өфөнөң билдәле урындары буйлап танышыу экскурсияһында йөрөйәсәк, Ботаника баҡсаһына барасаҡ, ә кискеһен уларҙы «Нур» татар театрында матур тамаша көтә.