10 декабрь, Шәмбе

23 март 2011 йыл, 12:34

Дәүләт Думаһында Башҡортостандың иҡтисади һәм мәҙәни ҡаҙаныштары күргәҙмәләре асылды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Рәсәй Дәүләт Думаһында Башҡортостан Республикаһының мәҙәни һәм иҡтисади ҡаҙаныштарына арналған күргәҙмәләр асылды. Улар Дәүләт Думаһында 21 марттан 25-нә тиклем үтәсәк Башҡортостан көндәре сиктәрендә ойошторолған.  

Беренсе ҡатта милли башҡорт аштары, башҡорт балы, халыҡ кәсептәре изделиелары, ҡурай, милли башҡорт кейеме һәм сувенирҙар күрһәтелгән.  

Икенсе ҡатта пленар ултырыштар залы алдында республиканың иҡтисади ҡаҙаныштары тураһында мәғлүмәт биреүсе стендтар ҡуйылған. Бында республиканың агросәнәғәт, энергетика комплекстары, урман хужалығы тарихы, шулай уҡ энергияны һаҡсыл файҙаланыу һәм төбәктең инвестицион үҫеше буйынса республика программалары күрһәтелгән.  Икенсе ҡатта башҡорттарҙың боронғо йолаларына ярашлы биҙәлгән башҡорт тирмәһе урынлашҡан.  

Күргәҙмә экспозициялары менән Дәүләт Думаһы депутаттары, шулай уҡ Башҡортостан делегацияһы ағзалары танышып өлгөрҙө. Делегация составында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев, республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары, БР Президенты Хакимиәте, БР Хөкүмәте вәкилдәре һәм башҡа рәсми кешеләр бар.