Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Бөтә Рәсәй конкурсында социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре асыҡланасаҡ

Иҡтисад

Быйыл Рәсәйҙә тәүге тапҡыр «Социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһының иң яҡшы хеҙмәткәре» исеменә конкурс үтәсәк. Ул социаль хеҙмәткәр профессияһының абруйын күтәреү һәм йәштәрҙе ололар, инвалидтар, балалар, балалары булған ғаиләләр менән эшләргә өйрәтеү маҡсатында ойошторола.  Сөнки бик йыш социаль хеҙмәткәрҙәр ярҙамға мохтаж кешеләрҙе тирә-яҡ мөхит менән бәйләүсе үҙенә күрә бер еп кеүек хеҙмәт итә.

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында был конкурста ҡатнашыу өсөн кандидатуралар күрһәтеү буйынса конкурс комиссияһы ойошторолдо. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурсанттарҙы һайлап алыу буйынса конкурс комиссияһы ултырышы кесаҙна, 24 мартта үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть