10 декабрь, Шәмбе

23 март 2011 йыл, 11:02

Өфө халҡы бушлай флюорография үтә ала

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө уңайынан 24 мартта иртәнге 9-ҙан 13 сәғәткә тиклем Өфөлә Үҙәк, Колхоз һәм Затон баҙарҙары майҙандарында күсмә флюорографик ҡоролмаларҙа граждандар бушлай флюорографик тикшереү үтә аласаҡ.

Ошо уҡ көндө Республика туберкулез диспансерында Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнөнә ҡарата Асыҡ ишектәр көнө үткәрелә. Мөрәжәғәт итеүселәрҙе квалификациялы белгестәр — фтизиатрҙар, фтизиодерматологтар, фтизиоокулистар, фтизиогинекологтар, фтизиоурологтар һәм башҡалар ҡабул итәсәк. Улар туберкулезды дауалау, реабилитациялау, профилактикалау мәсьәләләре буйынса консультациялар үткәрәсәк.

Теләге булғандарҙың барыһы ла 9 — 15 сәғәттәрҙә түбәндәге адрестар буйынса ҡабул ителәсәк:

— С. Агиш урамы, 4 («С. Агиш» туҡталышы) Республика туберкулез диспансерының поликлиника бүлеге, тел: 228-45-14;

— Цюрупа урамы, 100/1 («Үҙәк баҙар» туҡталышы), ололар өсөн диспансер бүлеге, тел: 272-83-05, балалар өсөн диспансер бүлеге, тел: 272-40-42;

— Октябрь проспекты, 155 («Калинин исемендәге парк» туҡталышы), диспансер бүлеге, тел: 284-28-52; 284-32-47.