11 декабрь, Йәкшәмбе

23 март 2011 йыл, 10:08

Башҡортостандың һәм Джидда ҡалаһының (Сауд Ғәрәбстаны) сауҙа-сәнәғәт палаталары хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы

автор: Любовь Колоколова

Джидда иҡтисади форумында Сауд Ғәрәбстанында Рәсәй бизнес-аҙнаһы сиктәрендә Джидда ҡалаһы һәм Башҡортостан Республикаһының сауҙа-сәнәғәт палаталары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.  

Тантанала Рәсәйҙең Сауд Ғәрәбстаны Короллегендәге Генераль консулы Сергей Кузнецов һәм Башҡортостан делегацияһы ағзалары ҡатнашты. Килешеүгә Джидда ҡалаһы сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Мазен Батержи һәм БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының вице-президенты Азат Фазлыев ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәте.

«Башинформ» агентлығының бығаса хәбәр итеүенсә, Башҡортостан делегацияһын форумда республика Президенты Рөстәм Хәмитов етәкләне.

Йыл да үткәрелеүсе Джидда иҡтисади форумы – Ғәрәп донъяһы илдәренең иҡтисади тормошонда бик ҙур ваҡиға. Уны бик йыш «Яҡын Көнсығыш Давосы» тип тә атайҙар. Форум 1999 йылдан башлап үткәрелә, унда донъяның 30-ҙан ашыу дәүләтенән ике меңдән ашыу кеше ҡатнаша.

Быйыл форум «ХХI быуатта трансформация» лозунгыһы аҫтында үтә.

Башҡортостан бизнесмендары Сауд Ғәрәбстанына беренсе тапҡыр ғына килмәй, шулай ҙа республикабыҙҙан рәсми делегация форумда тәүге тапҡыр ҡатнаша.

Башҡортостан ғәрәп инвесторҙарының ҡыҙыҡһыныуын тыуҙырған төбәктәр иҫәбендә. Айырыуса нефть һәм газ, нефтехимия сәнәғәте, электр энергетикаһы, сауҙаға ҡарата ҡыҙыҡһыныу ҙур. Бынан тыш, санитар талаптарҙы һәм ҡулланыусылар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында Рәсәй менән Сауд Ғәрәбстаны араһындағы тауар алмашыу сиктәрендә ике илдең баҙарына оҙатылыусы тауар сифатына контроль өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү һәм ауыл хужалығы, туризм һәм башҡа өлкәләрҙә үҙ-ара килешеп эш итеү итеү мөһим.

Форум дауамында бер нисә килешеүгә өлгәшелде. Яҡын арала Сауд Ғәрәбстанының беҙҙең республикаға яуап сәфәре көтөлә.