11 декабрь, Йәкшәмбе

23 март 2011 йыл, 9:11

Рөстәм Хәмитов: «Юлдарҙа тәртип булдырһаҡ, кешеләр беҙҙе ихтирам итәсәк»

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөнировтың уҡыған докладын тәнҡитләп сыҡты. Республика башлығы чиновниктан конструктив тәҡдимдәр ишетмәгәс, уны бүлдерергә мәжбүр булды, шулай уҡ ул уҡып ишеттергән статистикаға шик белдерҙе. Был мәғлүмәткә ярашлы, 2010 йылда Башҡортостанда юлсылар ғәйебе арҡаһында йәмғеһе 240 юл-транспорт һәләкәте теркәлгән:  

— Бер нисек тә ышанмайым! Был ялған, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Дәүләт структураһына ҡарағанда, ғәйепте водителгә япһарыу еңелерәк икәне аңлашыла. Һеҙ ҙә, ЮХХДИ кеүек үк, юлдарҙағы хәүефһеҙлек өсөн яуап бирәһегеҙ һәм һәр авария, һәр ҡорбан өсөн яуаплыһығыҙ.

Ысынында, БР буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы ЮХХДИ идаралығы мәғлүмәте буйынса, һәр дүртенсе аварияға республикала юл шарттарының насар булыуы сәбәпсе. Мәҫәлән, 2010 йылда 5163 аварияның 1200-ҙән ашыуы тап ошо сәбәп арҡаһында сыҡҡан. Юл япмаһының сифатынан тыш бында насар яҡтыртыу ҙа, билдәләнгән юл һыҙаттарының, знактарҙың булмауы, юл ситтәренең йыһазландырылмауы ла инә.

— Мин яңы ғына булып ҡайтҡан Сауд Ғәрәбстанында юлдар төҙөлөшөнә беҙгә ҡарағанда биш тапҡырға аҙыраҡ средстволар китә, ә юлдары шәп, унан яҡшырағын бығаса бер ҡайҙа ла күргәнем булманы, — тип билдәләне БР Президенты. — Беҙҙә иһә юлдар меңәрләгән кешеләр өсөн төшөмлө урынға әйләнде!    

Шуның менән бергә, республика башлығы, бар йүнәлештәрҙә лә проблемалар булыуын билдәләне. Рулгә яҡын килтерергә ярамаған кешеләргә водитель танытмаһы биргән дәүләт автоинспекцияһы эшмәкәрлеген дә, авария урынына бигерәк оҙаҡ килеүсе медиктарҙы ла, уҡыусыларына юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтеүгә тейешле әһәмиәт бирмәгән пелагогтарҙы ла шелтәләргә кәрәк.  

— Барыһы ла эшләй һымаҡ, ә һөҙөмтәһе – насар, — тип билдәләне республика Президенты. – Проблеманың бер өлөшө лә хәл ителмәгән.

Шул уҡ ваҡытта Рөстәм Хәмитов артабан да бергәләп эшләргә кәрәклеген билдәләне, сөнки дөйөм тырышлыҡ ярҙамында ғына бөгөн республика юлдарында барлыҡҡа килгән кире күренештәрҙе хәл итергә мөмкин.  

— Юл хәрәкәтен ойоштороу мәсьәләһе һәр беребеҙгә ҡағыла. Был шундай тема, уның өсөн ваҡытты ла, ресурстарҙы ла йәлләмәҫкә кәрәк, сөнки уның артында кеше ғүмерҙәре, кеше яҙмыштары тора. Әгәр юлдарҙа тәртип булдырһаҡ, халыҡ беҙҙе ихтирам итәсәк, — тине республика башлығы.