6 декабрь, Шишәмбе

22 март 2011 йыл, 9:22

Башҡортостанда урамдарҙы яҡтыртыу системаларын модернизациялау программаһы ҡабул ителде

автор: "Башинформ"

2011 – 2015 йылдарға “Башҡортостан Республикаһының тораҡ пункттарын тышҡы яҡтыртыу системаларын модернизациялау” республика айырым маҡсатлы программаһы раҫланды. 21 мартта Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтенең тейешле ҡарарына ҡул ҡуйҙы.

БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Программаның I этабы (2011-2012 йылдар) урамдарҙы яҡтыртыуҙы инвентаризациялауҙы, булған терәктәр һәм линиялар буйынса уны ремонтлауҙы һәм иҫкергән яҡтыртҡыстарҙы энергияны һөҙөмтәлерәк файҙаланғандарына алмаштырыуҙы үҙ эсенә ала.

II этап (2013 – 2015 йылдар), энергияны һөҙөмтәле файҙаланыусы заманса технологиялар һәм материалдар ҡулланып, урамдарҙы яҡтыртыу буйынса яңы системалар төҙөүҙе,  ғәмәлдәгеләрен реконструкциялауҙы һәм модернизациялауҙы күҙ уңында тота.

Программаны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә яҡтыртҡыстарҙы алмаштырыу ярҙамында электр энергияһын тотоноуҙы йылына 45,4 миллион киловатт-сәғәткә тиклем кәметеү (экономия ғәмәлдәге тарифтарҙа йылына 190,7 миллион һумға тиклем) күҙаллана. Бының өсөн энергияны һаҡсыл файҙаланыусы яҡтыртҡыстар өлөшө 2010 йылда 22,1 проценттан 2015 йылда 91,5 процентҡа тиклем арттырыласаҡ.

Республиканың тораҡ пункттары урамдарын, юлдарын, яр буйы урамдарын яҡтыртыу өлөшө 2010 йылдағы 48, 8 проценттан 2015 йылға 70 процентҡа тиклем күбәйтеләсәк. Өҫтәүенә, ғәмәлдәгеләренә өҫтәмә рәүештә 6,3 мең километр тышҡы яҡтыртыу селтәре һуҙыласаҡ һәм 87,5 мең яҡтыртыу нөктәһе ҡуйыласаҡ.

Программа сараларын финанслауҙың дөйөм күләме 1,72 миллиард һум тәшкил итә. Шуның 863 миллион һумы – Башҡортостан Республикаһы бюджеты средстволары.

Белешмә өсөн. Әле республиканың тышҡы яҡтыртыу системаһы 177 меңдән ашыу яҡтыртыу приборын, 380 мең самаһы терәүҙе, шул иҫәптән 0,4 киловатт көсөргәнешле 1 мең километрҙан ашыу кабель селтәре һәм 15 мең километрҙан ашыу бүлеү селтәре электр тапшырыу линияһын үҙ эсенә ала. Ләкин, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм мәҙәни (айырыуса ауылдарҙа) объекттар территорияһын индереп, күп урамдар, юлдар, ихаталар тейешенсә яҡтыртылмай; ҡайһы ерҙә ул бөтөнләй юҡ.

Башҡортостан Республикаһының тораҡ пункттарында тышҡы яҡтыртыу системаһы торошон баһалау ғәмәлдәге кабель линияларының уртаса туҙыуы – 53 процент, ә һауа линияларыныҡы 61 процент тәшкил итеүен күрһәтә.

Файҙаланыу ваҡыты үткән 2950 километр тышҡы яҡтыртыу селтәре, 465 трансформатор подстанциялары һәм 603 туҡландырыусы пункттар ҡорамалы алмаштырылырға тейеш.

Үткәргесле һәм терегөмөшлө лампалар яҡтылыҡ сығанаҡтары дөйөм паркының 70 процентын тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта тутығыу йәки оптик бүлемдең булмауы һөҙөмтәһендә терегөмөшлө лампаларҙың яҡтылығы “Тәбиғи һәм яһалма яҡтыртыу” СНиП 23-05-95 талаптарына яуап бирмәй.