9 декабрь, Йома

22 март 2011 йыл, 17:32

Башҡортостан паралимпиясылары йәнә пьедесталда

автор: Дмитрий Слезин

Сыктывкарҙа терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған һәм күреү һәләте насар спортсылар араһында саңғы уҙыштары менән биатлон буйынса Рәсәй беренселеге һәм чемпионаты үтте.  

Ярыштарҙа илебеҙҙең 20 төбәгенән 67 спортсы ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһы исеменән ярыштарҙа Ирек Зарипов, Кирилл Михайлов, Азат Ҡарасурин, Екатерина Федотова, Тимур Хәмиҙуллин, Вадим Хаматханов, Роман Серебряков, Надежда Андреева (барыһы ла терәк-хәрәкәт апппараты имгәнгән спортсылар) һәм Айгөл Миңлеғолова (күреү һәләте насар) сығыш яһаны. Был турала БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

LW-12 категорияһында биатлон уҙышы Ирек Зариповҡа беренсе урын алып килде. Үҫмерҙәр араһындағы беренселектә Азат Ҡарасурин чемпион исемен алды.

Саңғы уҙыштарында ла үҙҙәренең категорияларында Ирек Зарипов (LW-12) менән Кирилл Михайловҡа (LW-4) тиңләшеүселәр табылманы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Екатерина Федотова (LW-5/7) көмөш миҙал яуланы.

Күреү һәләтенә зыян килгән спортсылар араһында (B-3) Айгөл Миңлеғолова лидеры Салауат Ғүмәров менән икенсе урын алды. Үҫмерҙәр араһында Азат Ҡарасурин был көндө йәнә иң етеҙе булды.

7,5 километрға биатлон буйынса шәхси уҙышта тағы ла Ирек Зарипов (LW-12) менән Кирилл Михайлов (LW-4) еңде. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Надежда Андреева «бронза» яуланы.