9 декабрь, Йома

22 март 2011 йыл, 17:07

Өфө троллейбустар эшләү буйынса Рәсәйҙә икенсе урында

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө Рәсәй ҡалалары араһында троллейбустар сығарыу күләме буйынса 2010 йылда икенсе урынға сыҡты, тип хәбәр итте ҡала башлығында үткән оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең дәүләт статистикаһы бүлеге начальнигы Валентин Сотниченко. 2010 йылда Өфөлә 119 троллейбус сығарылған, был — дөйөм ил буйынса уларҙы етештереү күләменән 32%.

Иҡтисади көрсөккә тиклем Өфөлә уртаса алғанда йылына 125 троллейбус сығарылған. Һәм был норма иҫәпләнгән.

Өфө троллейбустарын «Башҡортостан троллейбус заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етештерә. Был предприятиела дүрт моделдәге троллейбустар сығарыла, уларҙың һәр береһенең өсәр модификацияһы бар. Айырыуса тәпәш иҙәнле троллейбустар ҙур һорау менән файҙалана. Өфө троллейбустары Рәсәйҙең һәм БДБ илдәренең 50-нән ашыу ҡалаларында ҡулланыла.