Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93 ↓

EUR 68.66 ↓

22 июль, Шәмбе

Уфа   °

Ырымбурҙа Бөйөк Ватан һуғышына арналған төбәк-ара конференция үтәсәк

Йәмғиәт

Быйыл май айында Ырымбурҙа Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 70 йыл тулыуға арналған «Идет война народная, Священная война» тип аталған төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үтәсәк. Форумды ойоштороусылар булып Ырымбур өлкәһенең Мәғариф министрлығы һәм Ырымбур дәүләт университетының Көньяҡ Урал тарих һәм этнография ғилми-тикшеренеү институты сығыш яһай.

Конференцияла һуғыш алдынан хөкөм һөргән геосәйәси һәм эске сәйәси хәлдәрҙе, сәнәғәтте хәрби продукция етештереүгә күсереүҙе, совет халҡының ҡаһарманлығын, һуғыштан һуңғы донъя ҡоролошон, тарихты уҡытыу, хәрби-патриотик тәрбиә һәм киң мәғлүмәт сараларының һуғышҡа бәйле ваҡиғаларҙы яҡтыртыуҙағы ролен тикшереү планлаштырыла.

Конференция башланыуға ҡарата мәҡәләләр йыйынтығы нәшер ителәсәк.  

Конференцияла ҡатнашыу өсөн 5 майға тиклем vva@mail.orb.ru йәки kam07.07@mail.ru электрон почтаһы аша күләме 8 биттән ашмаған мәҡәлә ебәрергә кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть