4 декабрь, Йәкшәмбе

22 март 2011 йыл, 16:35

Мәсетле районы хакимиәте башлығы итеп Иван Могильников тәғәйенләнде

автор: "Башинформ"

22 мартта Мәсетле районы муниципаль район хакимиәте Советы ултырышы үтте, унда муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү мәсьәләһе ҡаралды.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Иван Могильников тәғәйенләнде.

Белешмә өсөн. Могильников Иван Петрович 1956 йылдың 19 декабрендә Свердловск өлкәһенең Сажинск районы Сажино ауылында тыуған. Юғары белемле – Силәбе дәүләт педагогия институтын, Свердловск юғары партия мәктәбен тамамлаған.

1975-1977 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә.

1977-1981 йылдарҙа Мәсетле районы һәм Дыуан ауыл хужалығы техникумының комсомол ойошмаларында эшләй.

1981-1982 йылдарҙа – Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында уҡытыусы.

1982-1983 йылдарҙа – КПСС-тың Мәсетле райкомы пропаганда бүлеге инструкторы.

1983-1984 йылдарҙа – Мәсетле районының «Ураҡ һәм Сүкеш» колхозы парткомы секретары.

1988-1990 йылдарҙа – Свердловск юғары партия мәктәбенең көндөҙгө бүлеге тыңлаусыһы.

1990-1993 йылдарҙа – Мәсетле районының 1-се Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбе уҡытыусыһы, кластан тыш эштәрҙе ойоштороусыһы.  

1993-1995 йылдарҙа – Мәсетле районының 1-се Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбе директоры.

1995-1999  йылдарҙа – Мәсетле районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары.

1999 йылдан әлегә тиклем  – Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылының 1-се лицейы муниципаль мәғариф бюджет учреждениеһы директоры.

Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһының Почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.