9 декабрь, Йома

22 март 2011 йыл, 15:18

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы итеп Рөстәм Хәйруллин тәғәйенләнде

автор: "Башинформ"

Шишәмбе, 22 мартта, Хәйбулла районы муниципаль район Советы ултырышы үтте, унда муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү мәсьәләһе ҡаралды.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Рөстәм Хәйруллин тәғәйенләнде.

Беҙҙең белешмә: Хәйруллин Рөстәм Рәүҙәт улы 1973 йылдың 22 майында Ишембайҙа тыуған. Юғары белемле – Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған.

1995-1999 йылдарҙа – Мегион быраулау эштәре идаралығында быраулау мастеры ярҙамсыһы.

1996-2006 йылдарҙа – «Салауатнефторгсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бүлек начальнигы.

2006-2008 йылдарҙа – «Буребай тау-байыҡтырыу комбинаты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының капиталь төҙөлөш буйынса урынбаҫары.

2008-2010 йылдарҙа – «Гай тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә өлкән инженер.

2010-2011 йылдарҙан әлегә тиклем – БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығында бүлек начальнигы.