5 декабрь, Дүшәмбе

22 март 2011 йыл, 13:55

Шаран районының теплица хужалыҡтарында яңы уңыш йыйыу осоро башлана

автор: Рәил Мусин

«Миләш» крәҫтиән-фермер хужалығы — Шаран районында ябыҡ грунтта йәшелсәләр үҫтереү буйынса иң эре ауыл хужалығы предприятиеларының береһе. Бөгөн бында япма аҫтында алты гектар ер эшкәртелә, һәм яңы миҙгел уңышын да йыя башлағандар.  

— Быйыл бөтөн майҙанда ҡыяр ғына ултырттыҡ, — ти хужалыҡ етәксеһе Венер Заһиҙуллин, — әле яңы схема буйынса эшләүҙе табышлыраҡ тип таптыҡ.

Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре быйыл уларҙа былтыр өс гектарҙы алып ултырған помидорҙың булмауын күҙ уңында тота. Һуңғы йылдар тәжрибәһенән күренеүенсә, йәй башланыу менән көньяҡ өлкәләрҙән томаттар килтереү арҡаһында, был продуктҡа хаҡтар төшә, тимәк, көтөлгән табыш та булмай. Помидорға һорау көҙ уртаһында, октябрҙә ғына барлыҡҡа килә. Шуға ла фермер ҡыярҙан һуң июнь башында бөтә алты гектарҙа помидор ултыртырға ҡарар иткән, ҡышҡа ҡарай был йәшелсәгә ихтыяж тыуғас, тап ошо продукт ҡулланыусылар өҫтәленә юлланасаҡ, ә теплица йылына ике тапҡыр уңыш бирәсәк.  

Ер бындай интенсив файҙаланыуҙы нисек күтәрә һуң, тигән һорауға Венер Вәкиф улы ышаныслы яуап бирә: «Беҙ Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы ғалимдарын йәлеп итеп, тупраҡҡа даими анализ эшләйбеҙ, ундағы кәрәкле микро- һәм макрокомпоненттар миҡдарын, шулай уҡ уңдырышлылығын тикшерәбеҙ, йәшелсәләр сәсер алдынан кәрәкле күләмдә органик ашламалар индерәбеҙ».

Бер гектарҙан йөҙ тонна уңыш – фермер хужалығы өсөн был буй етерлек маҡсат. Аҙыҡ-түлек баҙарында ҡаты конкурентлыҡ шарттарында юғалып ҡалмаҫ өсөн, «Миләш» хужалығында ныҡышмалы рәүештә алдынғы технологиялар үҙләштерәләр. Орлоҡтар гарантия менән махсус институттан алына, улар үҙҙәре үк артабан үҫемлектәр үҫешен күҙәтә. Бының өсөн институт хеҙмәткәрҙәре үҫемлектәр үҫешен һәр этапта тикшереү өсөн электрон почта аша уларҙың япраҡтарының фотоһүрәттәрен ала.  

Энергияға бер өҙлөкһөҙ хаҡтар артыу шарттарында интенсив нигеҙҙә хужалыҡ алып барғанда ғына теплица хужалығын рентабелле итергә мөмкин, тип иҫәпләй Венер Заһиҙуллин.

темалар: ауыл хужалығы