11 декабрь, Йәкшәмбе

22 март 2011 йыл, 13:06

Башҡортостан бюджеты 12 млрд һумға тулыланды

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

2011 йылдың тәүге ике айында Башҡортостан Республикаһы бюджеты килемдәре уҙған йыл менән сағыштырғанда 14,2 процентҡа артты. Башҡортостан Финанс министрлығы мәғлүмәте буйынса, ғинуар-февралдә республика ҡаҙнаһына 12,019 млрд һум аҡса килгән. 2010 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда сығымдар өлөшө лә артҡан –13,7 процентҡа һәм 9,6 млрд һум тәшкил иткән.

Килемдәр буйынса Башҡортостандың тупланма бюджеты 15,567 млрд һум суммаһында үтәлгән (үткән йылға ҡарата 115,1 процент), сығымдар буйынса — 12,134 млрд һумға (112,1%).

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы бюджеты ағымдағы йылға 15,4 млрд һумлыҡ дефицит менән ҡабул ителгән. Уның килем өлөшө –  81,5 млрд һум, ә сығымдар өлөшөнөң күләме 96,9 млрд һум тәшкил итә.