Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ике айҙа Башҡортостанда 1111 фатир сафҡа индерелгән

Иҡтисад

Башҡортостан территорияһында ағымдағы йылдың ғинуар-февралендә дөйөм майҙаны 118,1 мең квадрат метрлыҡ 1111 фатир файҙаланыуға тапшырылған. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 96,4 процент. Республика халҡының бер мең кешеһенә иҫәптә 29 квадрат метр торлаҡ майҙаны сафҡа индерелгән. Башҡортостанстат шундай мәғлүмәт бирә.

Шәхси торлаҡ йорттар өлөшө дөйөм сафҡа индерелгән торлаҡтың 95,9 процентын тәшкил иткән. Шәхси төҙөүселәр менән дөйөм майҙаны 113,3 мең квадрат метрлыҡ 1043 шәхси йорт төҙөлгән, был уҙған йылдың ғинуар-февраленә ҡарата 102,8 процент тәшкл итә.

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика предприятиелары һәм ойошмалары менән 4,8 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған (2010 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 39%).

«Төҙөлөш» эшмәкәрлеге төрө буйынса башҡарылған эштәр күләме быйылғы йылдың ике айында 8936,9 млн һум күләмендә баһалана йәки уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 102,1%.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть