7 декабрь, Шаршамбы

22 март 2011 йыл, 12:16

Башҡорт дәүләт аграр университеты – спорт буйынса илдең иң яҡшы юғары уҡыу йорто

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡорт дәүләт аграр университеты Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы вуздарының V Ҡышҡы универсиадаһында дөйөм команда иҫәбендә беренсе урын алды.

Финал ярыштарында Ижевскиҙа Рәсәй Федерацияһының 27 аграр вузы ҡатнашты. V Ҡышҡы универсиада саңғы уҙыштары, мини-футбол, өҫтәл теннисы һәм шахмат кеүек дүрт спорт төрө буйынса үткәрелде. Ошо төрҙәрҙең барыһында ла тиерлек Башҡортостан студенттары призлы урындар алды. Иң көслөләр исеменә илленән ашыу уҡыу йорто командалары дәғүә иткән армрестлинг, полиатлон һәм гер күтәреү спорты буйынса чемпионат йомғаҡтары ла универсиадала иҫәпкә алынды, тип хәбәр итте БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.