5 декабрь, Дүшәмбе

22 март 2011 йыл, 11:07

Силәбелә Нәүрүз байрамы билдәләнде

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Силәбелә Халыҡ-ара Нәүрүз байрамы билдәләнде. Байрамда башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк, тажик һәм әзербайжан милләттәре вәкилдәре ҡатнашты. Фестивалдең генераль бағыусыһы булараҡ Силәбе өлкәһенең «Башҡорттар ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы сығыш яһаны.

Урал дәүләт физик культура университеты манежында ҡунаҡтарҙы милли костюмдар кейгән ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡаршыланы. Өҫтәлдәрҙә биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарының эштәре ҡуйылғайны. Ҡунаҡтар Илдар Юнысовтың ағастан юнып эшләгән һындарын айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Кулинарҙар барыһын да милли аш-һыу: пахлава, бауырһаҡ, бишбармаҡ, ҡатлама, самса, эремсек, ҡорот һәм былау менән һыйланы.  

Мәртәбәле ҡунаҡтар өсөн манеж уртаһында Башҡорттар ҡоролтайы активистары менән йыйылған тирмә ҡуйылғайны. Башҡорт йәштәр ойошмаһы ҙур тамаша әҙерләне.

Ир-азаматтар төрки халыҡтарының барыһына ла таныш булған милли спорт төрө — көрәштә көстәрен һынай алды. Силәбе өлкәһенең билбау көрәше федерацияһы еңеүселәр өсөн махсус приз фонды булдырған ине.

Сәхнәлә музыкаль һәм бейеү коллективтары сығыш яһаны. Музыкант-виртуоздар төрлө инструменттарҙа – ҡаҙаҡ думбыраһында, башҡорт ҡубыҙында һәм үзбәк карнайында уйнаны. Дәртле халыҡ бейеүҙәре берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.  Шат тамашасылар артистар менән бергә бейене. Магнитогорскиҙан тажик коллективы сәхнәгә сыҡҡас, күптәр ултырып сыҙаманы, башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа, үзбәктәр ҙә күмәкләп бейергә төштө.

Нәүрүз – өс мең самаһы йыл элек Иранда барлыҡҡа килгән боронғо байрам. Ул яҙғы көн менән төндөң тиңләшеүе ваҡытында билдәләнә. Иран телле һәм төрки халыҡтары араһында киң билдәле, ислам ингәс тә әһәмиәтен юғалтмаған. Иран календарына ярашлы, Яңы йыл тап Нәүрүз көнөнән башлана.