9 декабрь, Йома

21 март 2011 йыл, 17:14

Башҡортостанға Палестина башлығы Мәхмүд Аббас килә

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Шаршамбы көндө Палестина Милли Хакимиәте рәйесе Мәхмүд Аббас Рәсәйгә эш сәфәре сиктәрендә Өфөгә киләсәк.

Беҙҙең илгә визит, Рәсәй мәғлүмәт агентлыҡтары хәбәр итеүенсә, дүшәмбе, 21 мартта башланасаҡ. Палестина-Израиль һөйләшеүҙәре мәсьәләләрендә Яҡын Көнсығыш «квартеты» ролен тикшереү өсөн Палестина башлығы Мәскәүҙә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев менән осрашасаҡ. Мәхмүд Аббас шулай уҡ Мәскәүҙә Палестина илселеге бинаһын асыуҙа ҡатнашасаҡ.

23 мартта Мәхмүд Аббас Башҡортостанға килә. Өфөлә уның республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыуы планлаштырыла.