Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда сит илдә уҡыу өсөн студенттарҙы һайлап алыуға конкурс старт алды

Йәмғиәт

Башҡортостанда юғары уҡыу йорттары студенттары араһында сит ил мәғариф үҙәктәрендә белем алыу өсөн түләүгә аҡсалата грантҡа дәғүә итеүгә асыҡ конкурс старт алды.  2010-2012 йылдарға сит илдә әҙерлек, ҡайтанан әҙерлек үтеү, квалификация күтәреү буйынса Башҡортостан Президентының айырым маҡсатлы программаһы сиктәрендә уҡыуға, йәшәүгә, медицина страховкалауына, юлға, виза юллауға сығымдарҙы республика бюджеты үҙенең өҫтөнә ала.

БР Президентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, еңеүселәрҙе ярыш принцибы буйынса Башҡортостан Президенты Хакимиәте Етәксеһе р    әйеслегендә конкурс комиссияһы һайлап аласаҡ.

Конкурста ҡатнашыу өсөн «Берәмтек кадрҙар» (www.grant.bashvest.ru) сайтында теркәлеп, артабан документтарҙы 18 апрелгә ҡәҙәр Өфө ҡалаһы, Театр урамы,5\2, 309, 310-сы кабинеттар адресы буйынса БР Мәғариф министрлығына ебәрергә кәрәк.

«Берәмтек кадрҙар» сайтында мәғариф грантына дәғүә итеүселәр резюмеһынан банк булдырыласаҡ. Конкурс комиссияһы ағзалары заявкаларҙың дөйөм күләменән конкурстың телевизион этабында ҡатнашыусыларҙы һайлап аласаҡ, унда студенттарға үҙҙәренең эрудицияһын һәм белемен күрһәтергә тура киләсәк. Ярышта еңеүселәр «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» каналы эфирында билдәләнәсәк.

Грантҡа дәғүә итеүселәр профессиональ өлкәлә компетентлылығын, сит телдәрҙә иркен аралашыуын күрһәтергә тейеш (TOEFL йәки  IELTS сертификаттарына эйә булыу мотлаҡ).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть