7 декабрь, Шаршамбы

21 март 2011 йыл, 13:10

Башҡортостан профсоюздары иң яҡшы Студент яҙы символына конкурс иғлан итте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары студенттары араһында «Студент яҙы — 2011» 41-се ижади фестиваленең иң яҡшы символына конкурс иғлан итте.

Конкурс Рәсәй Федерацияһы Халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы ярҙамында үткәрелә. Быйылғы Студенттар яҙы символына әйләнәсәк һын 35 – 40 сантиметр бейеклектә булырға тейеш. Уны әүәләүҙең теләһә ниндәй техникаһында эшләргә мөмкин.

Конкурс эштәре 8 апрелгә тиклем ҡабул ителә.