7 декабрь, Шаршамбы

21 март 2011 йыл, 12:38

Сәйетбабала «Айыҡ урам» конкурсы старт алды

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Аҙна һайын конкурста яңы урам ҡатнаша. Аҙна дауамында ауыл халҡы йорттарының һәм ғаиләләренең иң яҡшы фотоларын һайлай, концерт номерҙары әҙерләй, шәжәрә төҙөй. Ауылда аҙна һайын үткәрелгән «йома кисәләрендә» урам-конкурсанттың уҡыуҙа һәм спортта үҙен күрһәткән иң йәш кешеләре билдәләнә.

— Эсмәгән кешеләрҙең хужалығы ла төҙөк, ғаиләһе, эштәре лә матур, — ти Рәүилә Лоҡманова. – Иң айыҡ урамды ошондай күрһәткестәр буйынса билдәләйбеҙ ҙә инде беҙ.