8 декабрь, Кесе йома

21 март 2011 йыл, 12:12

Башҡортостанда хәрби техника янғын һүндереүселәргә бирелде

автор: Ольга Мортазина | фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Туймазы бетон ташыу автомашиналары заводы 12 автоматик һыу ҡойоу станцияһын (АРС-14) Башҡортостандың янғын һүндереү частары өсөн ҡайтанан ҡороп йыйҙы. Рәсәй Оборона министрлығының армия техникаһы РФ субъекттарына бушлай дәүләт милкенә тапшырылды. Башҡортостан Һарытау өлкәһе Вольск хәрби часынан автомобилдәр алды.

Машиналар сентябрҙә Туймазыға ҡайтарылды, республика өс миллион 600 мең һум аҡса бүлде. Заводта автомобилдәрҙе яңынан буяп, янғын һүндереү ҡорамалдары менән йыһазландырҙылар.

— Һәр машинала 2,5 тонналыҡ цистерна, насос, янғын һүндереү еңсәһе һәм башҡа кәрәкле ҡорамалдар бар, — тип хәбәр итте Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Марат Борханов. — Күптән түгел  файҙаланыуға әҙер янғын һүндереү техникаһы Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Иглин, Ишембай, Күгәрсен, Ҡырмыҫҡалы, Учалы һәм Мишкә райондары ауыл биләмәләренә тапшырылды.