8 декабрь, Кесе йома

21 март 2011 йыл, 10:54

Күмертауҙа уҡыу урындары йәрминкәһе үтте

автор: Марина Шумилова

Күмертау ҡалаһында уҡыу урындары йәрминкәһе үтте. Сығарылыш уҡыусыларына буласаҡ һөнәрен һайлауға ярҙам итеү маҡсатында, ҡала округы хакимиәте һәм Күмертауҙың Халыҡ мәшғүллеге үҙәге йола буйынса бындай йәрминкәләрҙе тап яҙғыһын үткәрә. Быйылғы йәрминкәлә Күмертау, Мәләүез, Стәрлетамаҡ ҡалаларының 16 башланғыс, урта һәм юғары һөнәри белем биреү учреждениелары ҡатнашты. Ике көн дауамында барған йәрминкәлә Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы мәктәптәренең 9 һәм 11 кластарынан 670 уҡыусы ҡатнашты.

Үҙенең эшмәкәрлеге менән тулыраҡ таныштырыу өсөн, һәр һөнәри белем биреү учреждениеһы сағыу мәғлүмәт стендтары, видеороликтар, буклеттар, брошюралар, календарҙар әҙерләгән ине. Йәрминкәлә ҡатнашыусыларға «Абитуриент–2011», «Нисек һөнәр һайларға», «Һиңә, сығарылыш уҡыусыһы», «Йәштәр хеҙмәте һәм мәшғүллеге тураһында» кеүек материалдар таратылды.

Уҡыу урындары йәрминкәһендә Күмертау хакимиәте башлығы Борис Беляев ҡатнашты, уҡыусыларға мөрәжәғәт итеп, ул йәштәргә буласаҡ профессияһын һайлауға етди ҡарауҙарын һораны.

— Һөнәр һайлағанда, профессияның абруйлылығына һәм популяр булыуына ғына түгел, уның хеҙмәт баҙарында талап ителеү-ителмәүенә, конкурент һәләтлелегенә лә ҡарағыҙ, — тип билдәләне Борис Беляев.  

Ҡала Халыҡ мәшғүллеге үҙәге мәғлүмәте буйынса, Күмертауға бөгөн квалификациялы эшселәр — электриктар, иретеп йәбештереүселәр, ташсылар, токарҙар, балта оҫталары, штукатурҙар, кран машинистары, машиналар эшләү һәм төҙөлөш тармағы эшселәре, халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү өлкәһе белгестәре талап ителә. Ҡалаға шулай уҡ табиптар, юғары квалификациялы инженерҙар — конструкторҙар, программистар, механиктар, химиктар ҙа кәрәк.