9 декабрь, Йома

21 март 2011 йыл, 10:00

Икенсел торлаҡ Өфөлә 0,3 процентҡа ҡыйбатланды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Уҙған аҙнала Өфө буйынса икенсел торлаҡҡа уртаса хаҡ 0,3 процентҡа күтәрелеп, хәҙер 46,04 мең һум тәшкил итә. Бер һәм ике бүлмәле фатирҙар сегментында хаҡтар бер процентҡа артты. Күп бүлмәле фатирҙар 1,1 процентҡа ҡыйбатланды. Шул уҡ ваҡытта өс бүлмәлеләргә хаҡ 1,4 процентҡа кәмене.  

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанова мәғлүмәтенә ярашлы, әлеге ваҡытта ҡалала иң арзан өс бүлмәле фатир 800 мең һумға тәҡдим ителә. Ул К.Маркс урамында урынлашҡан, майҙаны — 45 квадрат метр. Иң ҡыйбат фатир 18 миллион һумға һатыла. Был Киров урамында урынлашҡан дүрт бүлмәле фатирҙың майҙаны — 230 квадрат метр.

Бүлмәләр сегментында тәҡдим ителгән минималь хаҡ – 500 мең һум: Интернациональ урамы, 12 кв. метр. Иң юғары хаҡ – 1170 мең һум: Космонавтар урамы, 10,9 кв. метр.

Һатыуға ҡуйылған иң ҡыйбат коттедж 20 миллион һумға тәҡдим ителә. Ул Аҡманайҙа урынлашҡан, майҙаны -  450 квадрат метр.