Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.08 ↓

EUR 68.00 ↑

21 июль, Йома

Уфа   °

Өфөлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы диспетчерҙары «Хәүефһеҙ ҡала» системаһына тоташтырылды

Йәмғиәт

Баш ҡаланың берҙәм дежур-диспетчер системаһы Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре файҙаланған «Хәүефһеҙ ҡала» видеокүҙәтеү системаһына тоташтырылды. Хәҙер Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Өфө урамдары һәм объекттарын реаль ваҡыт режимында күҙәтә, бөтөн ҡала буйынса урынлаштырылған камераларға төшөрөлгән мәғлүмәт Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы диспетчерҙары тәүлек әйләнәһенә күҙәткән мониторҙарға тапшырыла.  

— Видеокүҙәтеү хәлдәр торошон һәм хеҙмәткәрҙәребеҙҙең эшмәкәрлеген ваҡытлы баһаларға ярҙам итә, — тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.  — Ул шулай уҡ ялған шылтыратыуҙарға иғтибар итмәҫкә һәм производство, кеше ресурстарын бушҡа сарыф итмәҫкә мөмкинлек бирәсәк.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть