4 декабрь, Йәкшәмбе

18 март 2011 йыл, 15:45

Бөгөн Өфөлә «Эшсе ҡатын-ҡыҙ− 2011» республика конкурсының финалы үтә

автор: Эльмира Сабирова

Бөгөн, 18 мартта, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерт залында Башҡортостан ойошмалары һәм предприятиеларында эшләгән йәштәр араһында үткәрелгән III «Эшсе ҡатын-ҡыҙ − 2011» конкурсы финалы үтә.  

Иң яҡшыһы исеменә муниципаль кимәлдә етди һайлау үткән 11 конкурсант ҡыҙ дәғүә итәсәк. Гүзәл заттар араһында журналистар, табиптар, инженерҙар, операторҙар һәм башҡа төрлө һөнәр эйәләре бар.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм БР Профсоюздар федерацияһы менән ойошторолған конкурс киске сәғәт 6-ла башлана.

темалар: анонс