3 декабрь, Шәмбе

18 март 2011 йыл, 14:20

«Башҡортостан» киностудияһы ТӨРКСОЙ ағзаһы илдәре Кинематографистар советы ултырышында ҡатнаша

автор: Әлфиә Әһлиуллина

«Башҡортостан» киностудияһы директоры Айбулат Юнысов менән компьютер графикаһы һәм анимация буйынса рәссам Таңсулпан Бураҡаева Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы (ТӨРКСОЙ) ағзаһы илдәренең Кинематографистар советы ултырышында ҡатнаша.  Ул ошо көндәрҙә Төркиәнең баш ҡалаһында XXII Анкара Халыҡ-ара кинофестивале сиктәрендә үтә.

ТӨРКСОЙ ағзаһы илдәре араһында кинематография өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү юлдарын эҙләү – ултырыштың төп маҡсаты.

Ултырышта ҡатнашыусылар берлектәге кино һәм кинопрокат селтәре баҙарын формалаштырыу, кинофестивалдәр ойоштороу һәм берлектәге кино продукцияһын булдырыу мәсьәләләрен тикшерәсәк.

ТӨРКСОЙ ағзаһы илдәре Кинематографистар советы ултырышын ойоштороусылар булып Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы һәм Төркиә Республикаһы Мәҙәниәт һәм туризм министрлығының Кинематография һәм авторлыҡ хоҡуҡтары буйынса генераль дирекцияһы сығыш яһай.

темалар: кино, төрксой