Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан Хөкүмәте һөнәрселек училищелары уҡыусыларына стипендиялар булдырҙы

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 17 марттағы 66-сы ҡарары менән башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары уҡыусыларына Башҡортостан Хөкүмәте стипендиялары булдырылды.

2011 йылдың 1 сентябренән бөтә Рәсәй, республика олимпиадалары һәм сараларында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеларының 30 уҡыусыһына 750 һум күләмендә стипендия билдәләнәсәк.  

Был стипендия – башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары уҡыусыларына ярҙам итеү, иң һәләтлеләрен асыҡлау һәм эшсе һөнәрҙәренә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуҙың йәнә бер сараһы.

Әлеге ваҡытта урта һөнәри һәм юғары һөнәри белем биреү учреждениелары уҡыусыларына 750 һәм 1000 һум күләмендә Башҡортостан Президенты стипендиялары түләнә, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Белешмә өсөн. Әлеге мәлдә республикала Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы 93 башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеһы эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть