8 декабрь, Кесе йома

18 март 2011 йыл, 12:00

Салауат ҡалаһы хакимиәте етәкселегендә үҙгәрештәр

автор: "Башинформ"

Йома, 18 мартта, Салауат ҡалаһы ҡала округы Советы ултырышы үтте, унда Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу һәм Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы бурысын үтәүҙе йөкмәтеү мәсьәләләре ҡаралды.

Совет ҡарары менән ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын биләүсе Радик Бохармәтов үҙ теләге менән отставкаға китеүгә бәйле вазифаһынан бушатылды.

Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы Совет депутаттары конкурс һөҙөмтәләре буйынса күрһәтелгән вазифаға ҡала округы Советы тәғәйенләгән кеше вазифаһына ингәнгә тиклемге осорға Фәрит Фәррәх улы Ғилмановҡа йөкмәтте.