6 декабрь, Шишәмбе

18 март 2011 йыл, 11:15

УТМК Башҡортостанда тау-металлургия тармағы үҫешенә 31 миллиард һум бүләсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Олег Яровиков

Кесаҙна, 17 мартта, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Урал тау-металлургия компанияһы (УТМК-Холдинг) етәкселеге менән эш осрашыуы үткәрҙе. Уның сиктәрендә Башҡортостан һәм Урал тау-металлургия компанияһы араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында протоколға ҡул ҡуйылды.

Осрашыу дауамында республикала тау-металлургия тармағы үҫеше мәсьәләләре тикшерелде.  

Төбәк башлығына Башҡортостан территорияһындағы тармаҡ предприятиелары өсөн 2015 йылға тиклем әҙерләнгән программа күрһәтелде.  

— Был программаны тормошҡа ашырыу руда табыу күләмдәрен йылына 7 миллиондан 10,5 миллион тоннаға тиклем арттырыу мөмкинлеге бирәсәк, — тине Урал тау-металлургия компанияһының генераль директоры Андрей Козицын. — Был сумманан социаль ихтыяжға 1,4 миллиард һум бүленәсәк.  

Проект руданан алынасаҡ концентрат сифатын күтәреүгә булышлыҡ итергә тейеш.