Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Рәсәй Дәүләт Думаһында Башҡортостан көндәре үтәсәк

Сәйәсәт

21 — 25 мартта Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһында Башҡортостан Республикаһы көндәре үтәсәк. Алдағы аҙнаның дауамында Рәсәй парламентында төбәктең социаль-иҡтисади потенциалын һәм инвестицион күркәмлеген күрһәтеүсе күргәҙмә экспозицияһы эшләйәсәк.

БР көндәре программаһы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, республика Хөкүмәте ағзалары ҡатнашлығында төбәк презентацияһын үткәреүҙе, шулай уҡ республика делегацияһының РФ Дәүләт Думаһы етәкселеге, профилле Комитеттар вәкилдәре, федераль парламент депутаттары менән эшлекле осрашыуҙарын күҙаллай. Башҡа төбәктәрҙән килгән бик күп ҡунаҡтарҙың, атап әйткәндә, Абхазия президенты Сергей Багапштың, ҡатнашыуы көтөлә.  

23 мартта Башҡортостан Республикаһы көндәре сиктәрендә Дәүләт Думаһында РФ Дәүләт Думаһы рәйесе Борис Грызловтың республика делегацияһы менән рәсми осрашыуы үтәсәк, ә 14 сәғәттә Дәүләт Думаһының Бәләкәй залында Башҡортостан Республикаһы презентацияһы үткәрелә, уның аҙағында төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы планлаштырыла.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть