10 декабрь, Шәмбе

17 март 2011 йыл, 10:53

Владимир Путин Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән эш осрашыуы үткәрҙе

автор: "Башинформ"

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов менән эш осрашыуы үткәрҙе. Осрашыуҙа республиканың эре инвестиция проекттары, инфраструктура, шулай уҡ ағымдағы социаль-иҡтисади хәл ҡаралды. Премьер фекеренсә, әгәр башланған бөтә инвестиция проекттары уңышлы тормошҡа ашырылһа, Башҡортостан Рәсәйҙең төп индустрия үҙәктәренең береһе тигән абруйын нығытасаҡ.

В.В. Путин республикала тормошҡа ашырылған инвестиция проекттары менән таныш икән. Был тәңгәлдә Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы (уның ике проекты бар – гидрокрекинг һәм яй кокслау ҡоролмаһы: тәүгеһе 1,7 миллион тонналыҡ һәм дөйөм инвестиция – 7,5 миллиард һум; икенсе инвестиция ла тос – 6,5 миллиард һум), шулай уҡ мөһим объект булған йылылыҡ-электр үҙәге төҙөлөшө (инвестициялар күләме – 12,8 миллиард һум), бер нисә торлаҡ микрорайон төҙөлөшө (инвестициялар 4 миллиард һум күләмендә планлаштырыла), йылылыҡ-изоляция материалдары етештереүсе завод (2,8 миллиард һум) һәм металлургия комплексы (8,5 миллиард һумлыҡ инвестициялар) төҙөлөшө тураһында һөйләшелде.

Башҡортостан башлығы металлургия комплексы тураһында түбәндәгеләрҙе әйтте: “Комплекс моноҡалалар программаһы буйынса Белоретта төҙөләсәк. Ҡатнаш тимер рудаһы ятҡылыҡтары буйынса ҡыҙыҡлы проект. Был предприятиены төҙөү 2 мең самаһы эш урыны булдырырға ярҙам итәсәк, һәм был – предприятиеның тәүге сираты ғына. Проект “Внешэкономбанк” аша кредитланасаҡ. Тәүге сират – 8–8,5 миллиард һум самаһы. Икенсе сираты ла булыуы ихтимал – тағы ла 10 миллиард самаһы. Завод бөгөн дефицит һаналған, сәнәғәттә бик ҙур һорау менән файҙаланған ҡойолма суйын етештерәсәк”.

БР Президенты хәбәр итеүенсә, “Башнефть”, нефть эшкәртеү, нефть химияһы проекттары ла бик ҙур программа. Дөйөм финанслау күләме 100 миллиард һум самаһы, биш йылға иҫәпләнгән: реновация, модернизация, эшкәртеү тәрәнлеге 90–95 процентҡа еткән яңы ҡорамалдар.

Торлаҡ төҙөлөшө тураһында Рөстәм Зәки улы түбәндәгеләрҙе хәбәр итте: “Былтыр республика 2 миллион самаһы, анығыраҡ әйткәндә 2 миллион 10 мең квадрат метр торлаҡ төҙөнө. Беҙ биш эре төҙөүсе иҫәбенә инәбеҙ. 2011 йылға пландар шулай уҡ ҙурҙан. Кредит, бюджет ресурстарын йәлеп итәбеҙ, ипотека кредитлауы ставкаһын кәметеү өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ. Быйыл ипотека кредитлауы ставкаһын кәметеүгә 500 миллион һум самаһы аҡса бүлдек тә инде, йыл дауамында тағы ла 1 миллиард һум тирәһе бүлергә йыйынабыҙ. Был 8–9 процент кимәлендә эшләргә мөмкинлек бирәсәк. Был торлаҡ төҙөлөшө өсөн яҡшы ставка. Беҙҙең планда – кәмендә 2 миллион квадрат метр торлаҡ”.

Республикала “РусГидро” компанияһы, Alstom һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡатнашлығында энергияны һөҙөмтәле файҙаланыу, энергия һаҡлау менән шөғөлләнәсәк эре технопарк һәм ошо технопарк составында яңы быуын гидротурбиналар етештереү заводы төҙөләсәк. Был – яҡынса 15, 20, 30 мегаватт. Төҙөлөш 2011 йылда башланасаҡ.

“Беҙҙең республиканың тулайым төбәк продукты – яҡынса 800 миллиард һум. Уйлауымса, ошо яңы проекттарҙы сафҡа индереү менән 1 триллион һум кимәленә етәсәкбеҙ. Был – беҙҙең бурыс, һәм беҙ быға ынтылырға тейеш”, – тине БР Президенты.

Башҡортостан юл төҙөүселәренә 1 миллиард 400 миллион һум бүленәсәк. Тағы ла өҫтәп 1,5 миллиард һум самаһы аҡса биреләсәк. Башҡортостан Республикаһы территорияһындағы үтә көсөргәнешле, ләкин бик мөһим дүрт һыҙатлы (урыны менән алты һыҙатлы) юл әүҙем киңәйтелә.

Р. Хәмитов аэропорттағы 250 тоннаға тиклем ауырлыҡтағы самолеттарҙы ҡабул итә ала торған 4 километрлы һыҙатты реконструкциялау тураһында ла һөйләне. Эш күләме – 250 миллион һум самаһы. Быйыл ошо һыҙат икенсе категория буйынса сертификатланасаҡ. Был теләһә ниндәй шарттарҙа самолеттар ҡабул итергә мөмкинлек бирәсәк.

Рәсәй Хөкүмәте башлығының дөйөм социаль-иҡтисади хәл тураһындағы һорауына Р. Хәмитов: “Республика 2010 йылды ярайһы уҡ яҡшы тамамланы. Сәнәғәт етештереүе үҫеше 114 процент тәшкил итте. 2011 йылдың тәүге ике айы ошо тенденцияны раҫлай.

Бынан тыш, ауыл хужалығы эшкәртеүенә бәйле мәсьәләләр ҙә яҡшы бара. Беҙ инвесторҙар йәлеп итәбеҙ, яңы предприятиелар төҙөлә. Урман кеүек беҙҙең территорияла әллә ни үҫешмәгән тармаҡтарға килгәндә, бында ла беҙ яҡшы проекттарға, яҡшы динамикаға эйә, яҡшы инвестиция тәҡдимдәре бар”, – тип яуап бирҙе.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесенең һуңғы һорауы һаулыҡ һаҡлауҙы үҙгәртеп ҡороу, модернизациялау планын Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән яраштырыу мәсьәләһенә ҡағылды.

“Эйе, барыһын да яраштырҙыҡ. Беҙ – лидерҙар араһында, тиҙҙән беҙҙең программа раҫланасаҡ. Беҙгә дәғүәләр юҡ, бөтә мәсьәләләрҙе хәл иттек”, – тип яуап бирҙе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.