5 декабрь, Дүшәмбе

18 март 2011 йыл, 9:39

Рөстәм Хәмитов: «Авиация - база тармағы һәм ул артабан үҫтереүгә мохтаж»

автор: Любовь Колоколова | фото: Владимир Карабанов

«Өфө» халыҡ-ара аэропортында кисә беренче Төбәк эшлекле авиация форумы үтте. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

Үҙенең сығышында республика башлығы, авиация — доньяның база тармаҡтарының береһе, тип билдәләне. Эшлекле авиацияның әһәмиәте лә йыл һайын арта бара.  «Бизнес-джет» сегментындағы самолеттар паркы 28 мең берәмектән ашып киткән. Был тармаҡта бихисап миллиард һум аҡса әйләнештә йөрөй, бында меңдән ашыу кеше эшләй, унан бюджетҡа һалым түләүҙәре аша ярайҙы ҙур керем килә. Эшлекле бәйләнештәрҙе киңәйтеү, төбәк иҡтисадын нығытыу кәрәклеге эшлекле авиация баҙары үҫешенең төп шартына әүерелә.

Башҡортостан Президенты фекеренсә, бөгөнгө көндә был сектор граждандар авиацияһы менән сағыштырғанда юғарыраҡ темптар менән үҫешә.  

— Әлбиттә, Рәсәй эшлекле авиацияһы үҫеш юлының әлегә башланғыс этабында ғына, ләкин илебеҙ масштабын иҫәпкә алғанда, баҙарҙың был сегментының мөмкинлектәре ҙур, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. — Һәм ул даими үҫә, сөнки бизнес бәйләнештәрҙе киңәйтеү эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Ләкин бер ниндәй техник саралар ҙа эшлекле өлкәлә күҙгә-күҙ ҡарап аралашыуҙы алыштыра алмай.

Яҡын киләсәктәге перспективаларға килгәндә иһә, төбәк башлығы билдәләүенсә, бөгөн аэропорт инфраструктураһына күләмле модернизация үткәреү, осоштар хәүефһеҙлеген арттырыу маҡсатында аэронавигация хеҙмәтләндереүен камиллаштырыу талап ителә.

—Ведомстволарҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге кәрәклеген аңлайбыҙ, — тине Президент. – Башҡортостан граждандар авиацияһы үҫешенә һиҙелерлек ярҙам күрһәтә.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2006-2007 йылдарҙа Өфө аэровокзалы тулыһынса үҙгәртеп ҡоролдо. Һөҙөмтәлә «Өфө» аэропортының пассажирҙар ағымы сәғәтенә 800 кешегә еткерелде. Аэропорт территорияһы төҙөкләндерелде, эргә-тирәһендәге юлдар киңәйтелде. Былтыр Башҡортостандың Урал аръяғының баш ҡалаһы Сибайҙа аэропорт тергеҙелде, был ҡалаға даими рейстар асылды. Республиканың төньяғында Нефтекама ҡалаһы Өфөнән даими рейстар ҡабул итеүгә әҙерләнә. Сиратта – Белорет.

— Башҡортостан киләсәктә лә авиация ярҙамында пассажирҙар һәм йөк ташыу тармағындағы перспективалы башланғыстарға ярҙам итергә әҙер, — тине Рөстәм Хәмитов. — Был өлкәләге уңыштар беҙгә һалым түләүҙәре сифатындағы дивидендтар алып килеүҙән тыш, төбәктәр, алыҫ һәм яҡын сит илдәр менән бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә булышлыҡ итәсәген дә аңлайбыҙ.

Һүҙ аҙағында Рөстәм Хәмитов форумда ҡатнашыусыларға уңышлы эш һәм ике яҡҡа ла файҙалы контакттар булдырылыуын теләне.  

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты биләмәһендә айырым майҙан билдәләнгәйне, унда эшлекле авиация сегментына ҡараған авиатехника өлгөләре, шулай уҡ аэродромды хеҙмәтләндереүсе махсус техника менән танышырға мөмкинселек булды.

Форумды асыу тантанаһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин, президенттары Валерий Очиров етәкселегендә Эшлекле авиацияның берләшкән милли ассоциацияһы вәкилдәре, «Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рәмил Тимерғазин, авиапредприятиелар, авиакомпаниялар һәм авиацияға ҡатнашлығы булған башҡа төрлө ойошмалар етәкселәре ҡатнашты.