4 декабрь, Йәкшәмбе

17 март 2011 йыл, 18:11

Архангел районы хакимиәтендә үҙгәрештәр

автор: "Башинформ"

17 мартта Архангел районы муниципаль район Советы ултырышы үтте, унда район хакимиәте башлығы вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу һәм Архангел районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыуҙы икенсе кешегә йөкмәтеү мәсьәләһе ҡаралды.  

Совет ҡарары менән район хакимиәте башлығы вазифаһын биләгән Хәйҙәр Мәүлекәсов, үҙ теләге менән отставкаға китеү сәбәпле, вазифаһынан бушатылды.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса күрһәтелгән вазифаға муниципаль район Советы тәғәйенләйәсәк кеше вазифаға ингәнгә тиклемге осорға Совет депутаттары Архангел районы муниципаль район хакимиәте вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы Ғимран Хәмит улы Ғәбитовҡа йөкмәтте.