11 декабрь, Йәкшәмбе

17 март 2011 йыл, 17:41

Хеҙмәт инспекцияһы Стәрлетамаҡ халҡы мөрәжәғәттәрен ҡараны

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда эш хаҡы буйынса бурыстарҙың дүрттән бер өлөшө Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары предприятиеларына тура килә. БР-ҙағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәте буйынса, республикала эш хаҡы буйынса 85,4 млн һум бурыстың 21,6 млн һумы тап ошо муниципаль берәмектәрҙең дүрт предприятиеһыныҡы.

Мәҫәлән, Стәрлетамаҡтағы «УЗБАШавто» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 450 хеҙмәткәре 19,4 млн һум эш хаҡын алмаған, предприятиела конкурс производствоһы ойошторолған. Йыл башынан алып 10 ойошма мәшғүллек хеҙмәттәрен 275 хеҙмәткәрен эштән бушатасағы хаҡында иҫкәрткән.  

БР-ҙа Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Андрей Цибизов Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиленең Стәрлетамаҡ һәм Башҡортостандың көньяҡ зонаһы буйынса территориаль йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә күсмә ҡабул итеү ойошторҙо. Ҡабул итеүгә Стәрлетамаҡ һәм Ишембай ҡалалары, шулай уҡ Стәрлетамаҡ районы ойошмаларының 26 хеҙмәткәре килде. Мөрәжәғәттәрҙәге төп мәсьәләләр – эш хаҡы буйынса бурыстар, эштән бушатылғанда гарантиялар һәм компенсациялар. Инспекторҙар тарафынан тикшереү үткәреү өсөн 11 яҙма мөрәжәғәт ҡабул ителде, ҡалған хеҙмәткәрҙәргә консультатив ярҙам күрһәтелде.