Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Берҙәм рәсәйлеләр Өфөгә юлдарҙы ремонтлауға 795 миллион һум бүләсәк

Иҡтисад

«Рәсәйҙең яңы юлдары» партия проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә «Берҙәм Рәсәй» юлдарҙы реконструкциялауға һәм ихаталарҙы төҙөкләндереүгә Өфөгә 2011 йылда 795 миллион һум бүләсәк. Был хаҡта блогерҙар һәм журналистар менән осрашыуҙа партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов белдерҙе.

— Өфө транспорт системаһын үҫтереүгә бындай аҡса тәүге тапҡыр килә, — тине ул. – Муниципаль һәм республика бюджеттарынан капитал һалыуҙар менән бергә Өфөлә юлдарҙы реконструкциялауға быйыл миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк.

Бүленгән средстволар һөҙөмтәле файҙаланылһын өсөн, берҙәм рәсәйлеләр  халыҡтан юлдар һәм ихаталарҙы төҙөкләндереүгә заявкалар ҡабул итеүҙе ойоштора. Әлеге ваҡытта бындай иң күп заявкалар Сипайлово биҫтәһенән һәм Өфө үҙәгендәге шәхси секторҙан килгән.  

— Ҡайҙа эштәр алып барырға кәрәклеген элек район йәки ҡала башлығы күрһәтә ине, — ти Рөстәм Ишмөхәмәтов. – Бындай хәл башҡаса булмаясаҡ. – Юлдарҙы реконструкциялау урындарын ҡала хакимиәте, йәмәғәтселек һәм республиканың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты менән берлектә үҙебеҙ билдәләйәсәкбеҙ.  

Интернеттағы проект битендә (http://doroga-ufa.ru/) Өфөлә юлдарҙы ремонтлау буйынса халыҡтан тәҡдимдәр ҡабул итеү алып барыла. «Берҙәм Рәсәй» менән йәлеп ителгән 795 миллион һумдың 530 миллионы — ихаталарҙы төҙөкләндереүгә,  265 миллионы юлдарҙы реконструкциялауға йүнәлтеләсәк, тип күҙаллана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть