5 декабрь, Дүшәмбе

17 март 2011 йыл, 15:31

Башҡорт дәүләт университеты вакансиялар йәрминкәһе үткәрәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Башҡорт дәүләт университеты сығарылыш студенттарын эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү үҙәге Өфө йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге менән берлектә 18 мартта юғары уҡыу йортонда вакансиялар йәрминкәһе ойоштора.

Вуздың матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ҙур курстар һәм сығарылыш курсы студенттары эш биреүселәргә — төрлө милек формаһындағы предприятие һәм ойошмалар, уҡытыу комбинаттары вәкилдәренә туранан-тура мөрәжәғәт итә ала.

Эш эҙләүсе йәштәргә ойоштороусылар вакант урындар тураһында мәғлүмәт бирәсәк, тест үтеү, шулай уҡ юридик, психологик һәм профориентацион консультациялар алыу мөмкинлеге лә буласаҡ.  

Йәрминкә ФРГФ корпусында үткәрелә (Коммунистик урамы, 19). Сара 14 сәғәттә башлана.

Әйткәндәй, БашДУ сығарылыш студенттарын эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү үҙәге «Эш эҙләү технологияһы» уҡыу программаһын эшләгән. Өфө халыҡ мәшғүллеге үҙәге белгестәре алып барасаҡ дәрестәрҙә әңгәмәләшеүҙә үҙеңде нисек тоторға, резюмела нимә яҙырға, эш биреүсегә үҙеңде яҡшы яҡтан нисек күрһәтергә һәм башҡа кәрәкле мәғлүмәт алырға мөмкин. Курстарға яҙылыу башланған да инде, ул 31 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте 273-67-08 телефоны аша алырға мөмкин.